7 февралдә Минскиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенко менән осрашты. Яҡтар сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү һәм нығытыу мөмкинлектәрен тикшерҙе. Александр Лукашенко билдәләүенсә, Беларусь менән Башҡортостан араһында яҡшы мөнәсәбәттәр булдырылған, берлектәге технологик проекттар ҙа бар. – Ләкин, дөрөҫөн әйткәндә, былтыр беҙ бер аҙ әйләнеште кәметтек (бәлки, статистика дөрөҫ мәғлүмәт бирмәйҙер). Тауар әйләнешендә беҙ 5-6 процентҡа кәметтек, - тине Александр Лукашенко. - Быйыл тауар әйләнешен үҫтерергә һәм беҙ эшләгән 315-320 миллион долларҙы уҙып китергә бурыслыбыҙ. Беларусь Президенты билдәләүенсә, Башҡортостан менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә эшләүе уңайлы. Улар иҫәбендә – берлектә тракторҙар, троллейбустар, трамвайҙар һәм башҡа техника етештереү. Александр Лукашенко шулай уҡ тауар әйләнешен, атап әйткәндә, аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм еңел сәнәғәт изделиелары өлөшөндә артабан үҫтереү по
Радий Хәбиров менән Беларусь Президенты Александр Лукашенко осрашты
7 февраля 20257 фев 2025
2 мин