Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Беҙҙең геройҙар уртаҡ!

7 февралдә Беларусь Республикаһына сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың рәсми делегацияһы вәкилдәре менән бергә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы иҫкә алып, Минскиҙағы Еңеү монументына сәскәләр һалды. Еңеү монументы 1954 йылда Икенсе донъя һуғышы йылдарында һуғышған Ҡыҙыл армия яугирҙәре һәм партизандарҙың ҡаһарманлығы иҫтәлегенә Еңеү майҙанында ҡуйыла. 40 метр бейеклектәге һәйкәл һоро гранит менән йөҙләнгән. Обелиск постаментының дүрт ҡыры бронза горельефтар менән биҙәлгән. Монументтың башына Еңеү ордены ҡуйылған. 1961 йылдың июлендә обелиск эргәһендә Мәңгелек ут тоҡандырыла. Ер аҫтында монумент һуғыш йылдарында һәләк булған геройҙарға арналған түңәрәк мемориаль залға күсеүсе түңәрәк урау галерея менән уратып алынған. Уртаһында – художестволы быяланан эшләнгән эс яҡтан яҡтыртҡыс менән таж – Мәңгелек хәтер уты символы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүенә 80 йыл тулыу билдәләнә. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.