Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йырсы Ришат Төхвәтуллин етди сирләүен хәбәр иткән

Күптәрҙең яратҡан артисы Ришат Төхвәтуллин яңыраҡ Ҡазандағы Төбәк-ара клиник-диагностика үҙәгенә йөрәген тикшертергә барған. Шунан тура эфирға сығып, паникаға бирелеп яфаланғанын белдергән. Был хәле уны ныҡ борсоғас, табиптарға мөрәжәғәт иткән. "Сәйер хәл: һуңғы ваҡытта паника һөжүменә дусармын, шуға тикшерелергә булдым", - тигән ул. Бындай хәл-торош эмоциональ көсөргәнеш булғанда, ныҡ арығанда күҙәтелә. Ҡапыл ҡурҡыу тойғоһо барлыҡҡа килеп, көсәйә төшә, тирләтә, ҡалтырата, бына-бына нимәлер булыр тигән уйҙар ирекһеҙләй. Әлбиттә, йырсыны яратҡан тамашасылары уға һаулыҡ теләй һәм барыһы ла яҡшы булырына ышана. Беҙ ҙә яҡташыбыҙға һаулыҡ теләйбеҙ! Былай йырсы яңы пландар менән яна. Әле генә "Улым" тигән йырын тамашасылар хөкөмөнә сығарғайны. Фото: https://vk.com/rishat_tukhvatullin_rt