Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Бинаның дөйөм майҙаны өс мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Объекттың хаҡы – 200 миллион һумдан күберәк. “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” программаһына ярашлы, тауыш, яҡтылыҡ ҡорамалдары комплекты, сәхнә костюмдары алыуға аҡса бүленгән. Социаль-мәҙәни үҙәк хеҙмәткәре Резеда Ғүмәрова бындағы шарттарға ҡыуанысын белдерҙе. – Объектты төҙөү 2020 йылда башланғайны. Эш уңышлы тамамланып, яңы бинаға аяҡ баҫыу мәлебеҙҙе бөтә ауыл менән ашҡынып көттөк, - ти ул. - Бындай уҡ яҡшы шарттар, ҡалалағы кеүек уңайлылыҡ булыр тип уйламағайныҡ та. Ысынлап һоҡланғыс, шәп беҙҙең үҙәк! Мәҫәлән, элек хыяллана ла алмаған мөмкинлектәрҙең береһе – репетицияға килгән ата-әсә бәләкәй балаларын уйын бүлмәһендә тыныс ҡына ҡалдыра ала. Сабыйҙар тейешле кимәлдә йыһазландырылған урында бергәләп уйнай, аралаша. Үҙәктә махсус хәрби операция яугирҙәренә гуманитар ярҙам йыйыу өсөн дә айырым бүлмә бар, тимәк, элекке кеүек төрлө урында йөрөмәйәсәкбеҙ. Ғөмүмән, барыһы л