Найти в Дзене

Микрокредит компанияһы ярҙам итте

Өфө стоматология клиникаһы Башҡортостан микрокредит компанияһынан өс миллион һум күләмендә займ алды. Был средстволар ҡорамал һәм кәрәкле материалдар һатып алыу өсөн файҙаланыласаҡ. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты ( нацпроект "Эффективная и конкурентная экономика") ҙур ярҙам күрһәтә. – Инвестициялар бизнес үҫешендә мөһим роль уйнай, эшҡыуарҙарға эшмәкәрлектәрен киңәйтергә мөмкинлек бирә.Был средстволарҙың үҙеңдең шәхси ресурстарыңдан һәм шулай уҡ кредиттар аша инеүе мөмкин. Был йәһәттән беҙҙең төбәк эшҡыуарҙарына Башҡортостан микрокредит компанияһы ярҙам итә. Былтыр ул 900 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының һәм республика муниципалитеттарынан 63 үҙмәшғүлдең займға заявкаһын ҡараны, – тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Клиника хеҙмәткәрҙәре компанияға ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. – Беҙҙең клиника бынан биш йыл элек эш башланы, 2020 йылдан алып уға 18 миллион һумдан ашыу аҡса инвестицияланды. Һөҙөмт

Өфө стоматология клиникаһы Башҡортостан микрокредит компанияһынан өс миллион һум күләмендә займ алды. Был средстволар ҡорамал һәм кәрәкле материалдар һатып алыу өсөн файҙаланыласаҡ. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты ( нацпроект "Эффективная и конкурентная экономика") ҙур ярҙам күрһәтә. – Инвестициялар бизнес үҫешендә мөһим роль уйнай, эшҡыуарҙарға эшмәкәрлектәрен киңәйтергә мөмкинлек бирә.Был средстволарҙың үҙеңдең шәхси ресурстарыңдан һәм шулай уҡ кредиттар аша инеүе мөмкин. Был йәһәттән беҙҙең төбәк эшҡыуарҙарына Башҡортостан микрокредит компанияһы ярҙам итә. Былтыр ул 900 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының һәм республика муниципалитеттарынан 63 үҙмәшғүлдең займға заявкаһын ҡараны, – тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Клиника хеҙмәткәрҙәре компанияға ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. – Беҙҙең клиника бынан биш йыл элек эш башланы, 2020 йылдан алып уға 18 миллион һумдан ашыу аҡса инвестицияланды. Һөҙөмтәлә беҙ ике меңдән ашыу клиент базаһын булдырҙыҡ, – ти клиника вәкилдәре. “Башҡортостан микрокредит компанияһы” – дәүләт финанс институты, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларына, үҙ мәшғүллек менән шөғөлләнеүсе граждандарға өс йылға тиклем срокка займ бирә.Мәғлүмәт алыу өсөн телефон: 8 (347) 246-20-50. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.