Башҡортостан фермерҙары дөйөм етештереү күләменән 36 процент бойҙай, 32 процент көнбағыш, 22 процент шәкәр сөгөлдөрө, 6,5% картуф һәм йәшелсә, 5,7 процент ит һәм 11 процент һөт етештерә. Тапшырылған грантты төрлө ҡорамал, ауыл хужалығы техникаһы, мал, ер, бина, ҡоролма, ауыл хужалығы производствоһын алып барыу өсөн биналар һатып алыуға, шулай уҡ производство һәм келәт биналарын төҙөүгә, рәтләүгә, яңыртыуға, ҡайтанан йыһазландырыуға һәм башҡа маҡсаттарға йүнәлтергә мөмкин ине. – Уҙған йылда фермерҙар яҡынса 30 миллиард һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештергән, ул республика күләмендәге производствоның 13 проценттан ашыуын тәшкил итә. Был тармаҡта күрһәткестәрҙең артабан да үҫеүенә иҫәп тотабыҙ. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән “Агростартап” программаһы яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға уңышлы эшләп китергә ярҙам итте, – тип билдәләне Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужа министры Илшат Фәзрахманов. «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башл