Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан делегацияһы - Беларустә

6 февралдә республика етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы рәсми сәфәр менән Беларусь Республикаһына килде. Сәфәрҙең маҡсаты – иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында Башҡортостан һәм Беларусь власть органдары һәм бизнесы араһында үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү, сәнәғәт кооперацияһын, мәҙәни-гуманитар һәм туристик алмашыуҙы киңәйтеү. – Беларусь – беҙҙең төп тышҡы иҡтисади партнерыбыҙ. Был республика – уның Президенты Александр Григорьевич Лукашенко, идара итеү командаһы, халыҡ менән иң яҡшы мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килде. Күп нәмә бергәләп килеп сыға. Был – үҙ-ара тауар әйләнеше, сәнәғәт, ауыл хужалығы өлкәһендә беҙгә бик етди компетенциялар биргән кооперация бәйләнештәре, – тип билдәләне Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡанда. – Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеге бәйләнештәрҙең даимилығы менән дә билдәләнә. Шуға күрә беҙ Беларусь Республикаһына сираттағы тапҡыр килдек. Беҙҙә сәфәрҙең программаһы сараларға бай. Ил етәкселеге менән осрашырға, хеҙмәттәшлек итергә те

6 февралдә республика етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы рәсми сәфәр менән Беларусь Республикаһына килде. Сәфәрҙең маҡсаты – иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында Башҡортостан һәм Беларусь власть органдары һәм бизнесы араһында үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү, сәнәғәт кооперацияһын, мәҙәни-гуманитар һәм туристик алмашыуҙы киңәйтеү. – Беларусь – беҙҙең төп тышҡы иҡтисади партнерыбыҙ. Был республика – уның Президенты Александр Григорьевич Лукашенко, идара итеү командаһы, халыҡ менән иң яҡшы мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килде. Күп нәмә бергәләп килеп сыға. Был – үҙ-ара тауар әйләнеше, сәнәғәт, ауыл хужалығы өлкәһендә беҙгә бик етди компетенциялар биргән кооперация бәйләнештәре, – тип билдәләне Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡанда. – Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеге бәйләнештәрҙең даимилығы менән дә билдәләнә. Шуға күрә беҙ Беларусь Республикаһына сираттағы тапҡыр килдек. Беҙҙә сәфәрҙең программаһы сараларға бай. Ил етәкселеге менән осрашырға, хеҙмәттәшлек итергә теләгән бер нисә яңы производствоны ҡарарға ниәтләйбеҙ. Һис шикһеҙ, гуманитар проекттарҙы ла тикшерәсәкбеҙ. Мәҫәлән, киләһе йәйҙә бында уҡыусыларыбыҙҙы йөрөтә башларға уйлайбыҙ. Былар барыһы ла – системалы эш, уны планлы рәүештә үтәү зарур. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.