Ишембай районында иҫән ҡалған Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре өсәү булһа, уларҙың береһе Ҡанаҡай ауылынан Әүхәҙи Минеғолов. Был тарафҡа юл төшкәндә һуғышта ҡатнашыусы менән күрешмәй китә алманыҡ. Үҙебеҙ менән ғәҙәттәгесә “Башҡортостан” гәзитен дә алғайныҡ. Әңгәмәләшеп алғас, ветеран бабай: “Ҡыҙым, был гәзитеңде ҡалдыраһыңмы?” тип һорап “Башҡортостан”ды ҡулына алды. Ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай лупаһы менән уҡый ҙа башланы. Бер аҙҙан “Башҡортостан” гәзитенә, яҙылырға кәрәк әле” тип ҡуйҙы. Ауыр һуғыш юлы үткән, ҡаты яралар алған, тыныс тормошта колхозда намыҫлы хеҙмәт иткән Әүхәҙи бабай ауылдаштарының, яҡташтарының ғорурлығы. Уны барыһы ла хөрмәт итеп, яратып тора. Тәнендә һуғыштан ҡалған ярсыҡтарҙы йөрөтһә лә, уның сабырлығына, түҙемлегенә, үткер зиһененә иҫең китер. Ветеран тураһында мәҡәләбеҙ тиҙҙән гәзиттә донъя күрер. Автор фотоһы.