Рәсәй фәне көнө алдынан Радий Хәбиров Башҡортостан ғалимдарын йыйҙы. Осрашыуҙа Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге ғалимдары бер нисә проект тәҡдим итте. Радий Хәбиров ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең башланғыстарын хупланы һәм финанслау сығанаҡтарын табыу бурысын ҡуйҙы. Республика Башлығы түбәндәге бурыстарҙы билдәләне: - Милли проекттарҙы, ғилми һәм тармаҡ программаларын тормошҡа ашырыуҙа алға китеш булыуы мотлаҡ. - Сәнәғәт предприятиелары, бизнес менән үҙ-ара һөҙөмтәле эшләү мөһим. - Йәш ғалимдарҙың фәнгә ағылыуын тәьмин итергә. - Диссертацияларҙы яҡлау өлөшөн 53-тән 70 процентҡа тиклем арттырырға. - Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенә университеттар менән тығыҙыраҡ эш алып барырға, фән менән шөғөлләнеүгә ҙур мөмкинлектәре булған студенттарҙы асыҡларға. - Ниндәй мөмкинлектәр бирергә кәрәклеге хаҡында уйларға, шуларҙың иң перспективалыларын үҫтереү өсөн шарттар булдырырға кәрәк. Өсөнсө йыл беҙ Милли ғилми-технологик үҫеш рейтингында тәүге унау иҫәбендә, тип хәбәр итте Радий Хәбиров. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан йәш ғалимдарға ярҙам саралары буйынса төбәктәр рейтингында Рәсәйҙә беренсе урынды алды. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы “Йәш йыл ғалимы” премияһын тапшырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы - йыл һайын ете кешегә 150-шәр мең һум тапшырыла. Төбәк Башлығы республиканың ғилми секторға системалы ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.