Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме буйынса тормошҡа ашырылған милли проекттар, шул иҫәптән “Демография”, республика етәкселеге эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Мәҫәлән, Сибайҙа халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре модулле конструкцияларын алыуға, урынлаштырыуға республика ҡаҙнаһынан 14 миллион һум аҡса бүленгән. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, социаль инфраструктура артабан да үҫтереләсәк. Ул урындарҙа йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелеүе менән айырыуса әһәмиәтле. Республика төбәктәрен комплекслы үҫтереүгә ынтылыш – федераль кимәлдә ҡуйылған мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Былтыр Сибай ҡалаһында “Рәсәй хеҙмәте” күп функциялы модулле кадрҙар үҙәге асылды. “Демография” милли проекты нигеҙендә барлыҡҡа килгән учреждениела урындағы халыҡ өҫтәмә һөнәри белем, психологик ярҙам, эшкә урынлашыуға бәйле консультация алыу мөмкинлегенә эйә. Был хаҡта Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Сибайҙағы филиалы етәксеһе Нурзилә Сәғитова һөйләне. – Элек кешеләр бындай үҙәктәргә эш эҙләп кенә кил