Былтыр декабрҙә жуналист, яҙыусы, ҡәләмдәшебеҙ Рәлис Ураҙғолов арабыҙҙан мәңгелек йортҡа китте. Ул “Башҡортостан” гәзитендә эшләгән саҡта бер бүлмәлә ултырырға насип итте. Шундай тыйнаҡ, ғәҙел, сәмсел ағай ине. Бер ваҡытта ла шапырынманы, балаларын да маҡтаманы, ғаиләһен дә күрһәтергә тырышманы. Ә бит ул биш бала атаһы ине. Рәлис ағай бик эшлекле, уңған балалар тәрбиәләүгә өлгәшкән. Уның бер улы, Тимерғәле Ураҙғолов – БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, ҡалған балалары ла бынамын итеп донъя көтә. Яңыраҡ социаль селтәрҙә Тимерғәле Ураҙғолов атаһы тураһында атаһы тураһында матур иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. “Һуңғы арала әтәйем хаҡында йыш уйланам. Уның менән бер ваҡытта ла артыҡ оҙон-оҙаҡлап серләшеп ултырмаһаҡ та, һәр эшләгән эшемдә, һайлаған аҙымымды уның кәңәштәре, тормош ҡағиҙәләре сағыла икән. “Юлдаш” радиоһында әтәйем – Рәлис Ураҙғоловтың иҫтәлегенә тапшырыу сыҡты. Ул – фәһемле лә, һоҡландырғыс та, данлы ла тормош юлы үткән билдәле яҙыусы, публицист, тракторсы, биш бала атаһы.