Лаборатория 3D-принтерҙа менән биомедицина йүнәлешендәге металл әйберҙәр эшләү менән шөғөлләнәсәк. "Өҫтөнлөк-2030" программаһы булышлығында ул заманса ҡорамалдар комплексы менән йыһазландырылған. Ошо арҡылы һөйәк елеге яман шешен дауалауҙа алға китеш тәьмин ителәсәк. Лаборатория етәксеһе Нариман Йәнекәйев әйтеүенсә, заманса технологиялар 3D-принтерҙа күҙәүле-күҙәнәкле структуралы имплантант баҫтырырға мөмкинлек бирә. Уны инде пациент тәненә урынлаштырып, зарар күргән туҡыма күҙәнәген киренән тергеҙергә була. Имплантанттың формаһы шәхсән проектланасаҡ. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә уникаль сифаттары булған имплантанттар эшләнәсәк. Артабан фәнни-ғәмәли тикшеренеүҙәр үткәреп, яман шеше менән сирлеләрҙе дауалау буйынса эшкә тотонорға мөмкин. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/26057/
Яман шеш менән сирле кешеләргә вуз-ара кампуста имплантант уйлап таптылар
6 февраля 20256 фев 2025
1
~1 мин