Башҡортостандың матур һәм бай тәбиғәте элек-электән үҙенә туристарҙы йәлеп итә. Беҙҙә республика халҡы ҙур теләк менән тыуған төйәге буйлап сәйәхәт итә, шулай уҡ күрше өлкәләрҙән, хатта бөтә Рәсәйҙән килгән туристар бихисап. Республикабыҙҙың бай тәбиғәт ресурстары, дәүләт ярҙамы туризм тармағының инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһенең артыуына һәм уның инфраструктураһының әүҙем үҫешеүенә булышлыҡ итә. Былтыр Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәге, Ф.И.Шаляпин исемендәге Музыка музейы асылды, Турахан мавзолейы һәм “Өфө муйынсағы” йәйәүлеләр маршруты булдырылды, йәмәғәт киңлектәре һәм парктары яңыртылды һәм төҙөкләндерелде. Был урындар, һис шикһеҙ, бөтә Рәсәйҙән туристарҙы йәлеп итеү урынына әүерелә. Дәүләт ярҙамы ҙур Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың туристик тармағы – 3,7 миллиард һум, шул иҫәптән 1,4 миллиард һум федераль аҡса алыуын хәбәр итте. Дәүләт ярҙамы күрһәтелгән иң күп проекттар Өфөлә, Белорет, Нуриман, Бөрйән, Баймаҡ, Ҡариҙел һәм Әбйәлил райондарында бойомға ашырылған. – Туризм инфраструктураһын үҫтереүгә үҙ аҡсаһын ҡунаҡханалар, тау саңғыһы трассалары төҙөүгә, турлокациялар әҙерләүгә һалған эшҡыуарҙар үҙҙәре ныҡ йоғонто яһаны, – тине Зөһрә Гордиенко. – Әлбиттә, дәүләт ярҙамы туризм өлкәһендәге проекттарға этәргес бирә, уларҙың 60 проценты – яңы бизнес-башланғыстар. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса, глэмпингтар һаны 120-гә еткән, шул иҫәптән 101-е йыл әйләнәһенә эшләй, яңы ҡунаҡханалар асылған. Һөҙөмтәлә республикала бүлмәләр фонды 800 берәмеккә артты. Бынан тыш, инвесторҙар тюбинг һәм тау саңғыһы трассаларын асты, арҡан парктарын, балалар комплекстарын, ҡышҡы һәм йәйге ял өсөн ҡорамалдарҙы прокатҡа алыу пункттарын төҙөнө, туристик маршруттар, электрон белешмәләр әҙерләне, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән туристар өсөн уңайлы мөхит булдырыу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырҙы, 12 муниципалитетта 28 пляж эшләне. Зөһрә Гордиенко 2025 йылда Башҡортостан туризмды үҫтереүгә 267,4 миллион һум күләмендә берҙәм субсидия алыуын билдәләне - был 2024 йылға ҡарағанда 100 миллион һумға күберәк. Милли проект сиктәрендә алынған федераль аҡса суммаһы буйынса республика Рәсәйҙең тәүге биш төбәге иҫәбенә инде. Күмертауға килегеҙ! Ағымдағы йылға бурыс – номер фондын 500 берәмек урынға арттырыу. Республикабыҙҙа тырыш эшҡыуарҙар булған саҡта был маҡсат тормошҡа ашыр. Башҡортостанда номер фондының етмәүе, туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ өлкәһендә инфраструктураны үҫтереү проблемаһы глэмпингтар ярҙамында хәл ителә. Шундай егәрле эшҡыуарҙарҙың береһе менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул глэмпинг тармағын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Ошо перспективалы бизнесҡа ҡушылырға теләүселәр өсөн 2021 йылдан республикала субсидиялар программаһы эшләй. Уҙған йылда 22 проектҡа грант ярҙамы күрһәтелгән. Уларҙың береһе – Күмертау янында урынлашҡан “Елки-палки” глэмпингы. Бизнес әле йәш – уны асыу тантанаһы декабрҙә генә булған. Бизнес хужаһы Вәсил Әхмәтов һөйләүенсә, глэмпинг төҙөү идеяһы өс йыл элек ил һәм сит ил буйлап сәйәхәт итергә яратҡан иптәше менән әңгәмәләшкәндә барлыҡҡа килгән. Иптәше ул ваҡытта республикала бөтөнләй яңы күренеш булған "фрейм" стилендәге ял йорттарынан ял базаһын төҙөү насар булмаҫ, тип һөйләгән. Әммә һуңынан дуҫының пландары үҙгәрә, ә Вәсил Әхмәтов был хаҡта онотмай һәм уны үтәүгә тотона. Әйтергә кәрәк, ул ваҡытҡа уның бизнеста тәжрибәһе булған, әммә мәғариф өлкәһендә. – Мин урындағы хакимиәттә уҙған инвестиция сәғәтендә проект менән сығыш яһаным. Минең фреймдар, беседкалар һәм чанлы мунсалар менән глэмпинг төҙөү идеям бында хуплау тапты. Ер участкаһы миңә аукцион аша ҡуртымға бирелде, рәсмиләштереү өсөн ярты йыл китте. Төҙөлөш эштәренә әҙерләнгәндә мине тағы хакимиәткә саҡырҙылар һәм проектты тормошҡа ашырыуға субсидия алыу мөмкинлеге тураһында һөйләнеләр. Гранттың дөйөм күләме алты миллион һумдан ашыу тәшкил итте, уны 12 урынлыҡ йыл әйләнәһенә йәшәп булған туғыҙ йорт төҙөүгә йүнәлттем. Дөйөм алғанда, уларҙы төҙөүгә 12 миллион һум аҡса китте, шулай уҡ үҙ аҡсама килеү юлын һалдым, электр үткәрҙем, төҙөкләндереүҙе ойошторҙом һәм башҡа бик күп эштәр башҡарҙым, ләкин дәүләт ярҙамы бик урынлы булып сыҡты, – тип һөйләй Вәсил Әхмәтов. Иң тәүҙә яңы урынға яҡташтар – күмертауҙар килә. Шулай уҡ Өфө һәм Екатеринбург ҡунаҡтары ла булып киткән. Әлеге ваҡытта хужа был урындан 130 километр ғына алыҫлыҡта ятҡан Ырымбур туристарын йәлеп итмәксе. Әлегә килгән кешеләр күп түгел, тик алда туристик миҙгел башланырға ғына тора. Ә туристар артып киткәнсе хужа бында эшләр өсөн кадрҙар әҙерләй. Тәүҙә өс кешелек эш урыны булдырған ул. Артабан иһә инфраструктураны үҫтерергә, балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡуйырға, ҡаргиҙәрҙәр һәм гидромотоциклдар алырға йыйына. Вәсил Әхмәтов иҫәпләүенсә, хәҙер үҙен туризмда һынап ҡарарға теләгән эшҡыуарҙар алдында яңы мөмкинлектәр асыла. – Кешеләр күп эшләй һәм ял итергә теләй, ҙур һәм шау-шыулы ҡалаларҙа йәшәүселәр көндәлек тормошта стресс кисерә һәм тәбиғәткә яҡыныраҡ булырға ынтыла. Уларға гел генә диңгеҙ кәрәк түгел, күл, матур тәбиғәт, уңайлыҡтар булһа – етә. Глэмпингтар бында күп өҫтөнлөктәргә эйә. Капиталь биналар төҙөүгә ҡарағанда арзаныраҡ, уларҙы тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәйенсә ҡуйырға була, өҫтәүенә дәүләт субсидия рәүешендә ярҙам күрһәтә, – тине Вәсил Әхмәтов. Әйткәндәй, ул оҙаҡ ваҡыт Санкт-Петербургта йәшәгән, әммә 2012 йылда тыуған төйәгенә ҡайтҡан, ә хәҙер бында үҙенең туристик бизнесын үҫтерә. Туристар һаны арта Башҡортостан тәбиғәте менән дат тота тип йыш әйтәбеҙ. Ләкин беҙҙә ошо йүнәлеш менән бер рәттән ҡала туризмы ла әүҙем үҫешә. Һүҙ Өфөгә килгән туристар тураһында бара. 2024 йылда баш ҡалаға 1,5 миллиондан ашыу кеше килгән! Бынан алдағы йылда был һан 943 мең кеше тәшкил иткән. Үҫеш иҫ китмәле! 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Өфө Russian Event Awards Халыҡ-ара премияһында ваҡиғалы туризм ҡалаһы тип танылды, шулай уҡ ҡала 2025 йылға балалар туризмының баш ҡалаһы статусын алды. Ҡала мэры Ратмир Мәүлиев һүҙҙәренсә, ҙур халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй сараларын, иҡтисад һәм сәнәғәт форумдарын, гастрофестивалдәрҙе, спорт ярыштарын уҙғарыу Өфөнөң туристик йәлеп итеүсәнлеген үҫтереүгә булышлыҡ итә. Бындай саралар республика баш ҡалаһына Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән меңдәрсә кешене йәлеп итә. Ҡышын ял итеү күңелле 2025 йылдың яңы йыл каникулдарында Башҡортостандың тау саңғыһы курорттарына 100 мең самаһы турист килгән. Был уҙған йылдың байрам һәм ҡыш көндәренә ҡарағанда 58 процентҡа күберәк. Тағы 53 меңдән ашыу турист “Торатау” һәм “Янғантау” геопарктарында, “Торахан” Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәгендә һәм “Шүлгәнташ” музей комплексында ваҡиға һәм спорт-күңел асыу сараларында ҡатнашҡан. Байрам көндәрендә республиканың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә 2,7 меңдән ашыу кеше килгән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда туристар һаны 600 кешегә артҡан. Был осорҙа иң популяры “Ирәмәл” тәбиғәт паркы булған, бер аҙнала унда 1630 кеше ял иткән. Популярлыҡ буйынса икенсе урында – “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы, унда 730 кеше булған. Башҡа тәбиғәт парктарында күрһәткестәр түбәндәгесә: “Еҙем”дә – 177, “Ҡандракүл”дә – 100, “Асылыкүл”дә – 96 кеше. Республиканың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре Башҡортостан халҡы өсөн генә түгел, Рәсәйҙең төрлө субъекттары, шул иҫәптән Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Татарстан Республикаһы, Пермь крайы, Ырымбур, Силәбе һәм Свердловск өлкәләре туристары өсөн дә ҡыҙыҡлы ял итеү урынына әүерелә. “Республика халҡын һәм ҡунаҡтарын таҙа һауа, тауҙарҙың мөһабәт күренеше, тәбиғәтебеҙҙең үҙенсәлеге, йәйәүле экскурсиялар һәм ҡышҡы балыҡ тотоу йәлеп итә, – ти тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. – Барыһын да тәбиғәттең үҙенсәлекле урындарын асырға һәм ошо ҡурсаулы биләмәләрҙәге ҡабатланмаҫ матурлыҡты күреү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмаҫҡа саҡырам”. Шулай итеп, Башҡортостанда күрер нәмә күп. Бында һәр кемде көтөп ҡалалар! Фото: "Республика Башкортостан".
Башҡортостандың матур һәм бай тәбиғәте элек-электән үҙенә туристарҙы йәлеп итә. Беҙҙә республика халҡы ҙур теләк менән тыуған төйәге буйлап сәйәхәт итә, шулай уҡ күрше өлкәләрҙән, хатта бөтә Рәсәйҙән килгән туристар бихисап. Республикабыҙҙың бай тәбиғәт ресурстары, дәүләт ярҙамы туризм тармағының инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһенең артыуына һәм уның инфраструктураһының әүҙем үҫешеүенә булышлыҡ итә. Былтыр Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәге, Ф.И.Шаляпин исемендәге Музыка музейы асылды, Турахан мавзолейы һәм “Өфө муйынсағы” йәйәүлеләр маршруты булдырылды, йәмәғәт киңлектәре һәм парктары яңыртылды һәм төҙөкләндерелде. Был урындар, һис шикһеҙ, бөтә Рәсәйҙән туристарҙы йәлеп итеү урынына әүерелә. Дәүләт ярҙамы ҙур Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың туристик тармағы – 3,7 миллиард һум, шул иҫәптән 1,4 миллиард һум федераль аҡса алыуын хәбәр итте. Дәүләт ярҙамы күрһәтелгән иң күп проекттар