Һуңғы ваҡытта Урал аръяғы социаль-иҡтисади үҫеш кисерә, халыҡ бар уңайлыҡтары булған объекттар асылыуына һөйөнә. Йәш быуынға, кадрҙар үҫтереүгә бәйле шарттар ҙа яҡшыра. Баймаҡ ҡалаһындағы колледж һәм уның ятаҡтары ла төҙөкләндерелде. Был турала фекерен уҡыу йортоноң директоры ла белдерҙе. Илдус ЗӘЙНУЛЛИН, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы директоры: – Йәштәрҙең йәшәү шарттары яҡшы булһа, улар белем алырға, һөнәри йәһәттән үҫешкә ынтылып тора. Радий Фәрит улы Хәбировтың тәҡдименә ярашлы, беҙҙең уҡыу йортонда, ятаҡта ремонт яһалғас, студенттарыбыҙ күңелендә сәм, ғәм көсәйҙе. Баймаҡтың, Әбйәлилдең билдәле ауыл хужалығы ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, Мәскәүҙәге “Алтын көҙ” күргәҙмәһенә барып ҡайттыҡ, Башҡортостан дәүләт аграр университеты, Сибай институты беҙҙең студенттарҙы үҙҙәренә алып, артабан үҫтерергә әҙер тора – ошо һәм башҡа барлыҡ уңыштарыбыҙҙың нигеҙе – колледжға дәүләтебеҙҙең иғтибарлы булыуында. Эшсе һөнәрҙәргә ҡарата хөрмәт – киләсәгебеҙҙе хәстәрләү ул. Фотолар: И.