Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк һәм модуль участка дауаханаһы асылды. Урғаҙа урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Айһылыу Мөхәмәт ҡыҙы НӘҘЕРШИНА ошо айҡанлы ҡыуанысын уртаҡлашты. – Ошо көндәрҙә беҙҙең тыуған Баймаҡ районы Урғаҙа ҡасабаһында ҡыуаныслы тантана үтте. Беҙҙең мәҙәниәт йорто авария хәлендә ине. Уны бер нисә йыл элек яптылар. Йәштәргә, ауыл халҡына бик ауырға тура килде. Халыҡ концерт, спектаклдәр ҡарай алмай, йәштәр кискеһен йырлап-бейеп күңел аса алмай ыҙаланы. 2022 йылда эш сәфәре менән беҙгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килде. Ул осрашыуҙа мин дә булдым. Ауыл халҡы мәҙәниәт йортоноң , дауахананың авария хәлендә булыуын һөйләп бирҙе һәм ярҙам һораны. Республика етәксеһе ярҙам ҡулы һуҙырға вәғәҙә бирҙе. 2022 йылда төҙөүселәр килеп ҙур, яҡты, уңайлы объект төҙөй башланы. Ауыл халҡына ла эш булды. Улар көнөн-төнөн, һыуыҡтар тороуына ла ҡарамаҫтан, тырышып эшләне һәм, ниһайәт, 2025 йылдың 4 февралендә мәҙәниәт йорто ишектәрен асты. Бар халыҡ, ба