Һәр кеше йәшәгән ерендә тормош шарттарының яҡшы, уңайлы булыуын теләй. Үҙенең генә мәнфәғәттәрен алға ҡуймай ул, ә тәү сиратта балаларын, киләсәкте хәстәрләй. Һәйбәт тәрбиәләнгән баҫыуҙа уңыш мул булған кеүек, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған ауыл-ҡалаларҙа тыуым арта, кешеләрҙә дәрт-дарман, ышаныс, ошо ерҙә тамырҙарын нығытыу теләге көсәйә. Халыҡтың тап шул мәнфәғәттәрен ҡайғыртып, дәүләтебеҙ тарафынан айырыуса һуңғы йылдарҙа ҙур эштәр алып барыла. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Сибай ҡалаһына һәм Баймаҡ районына эш сәфәре барышында ҡаралған объекттар республика төбәктәренә социаль-иҡтисади ҡеүәт өҫтәргә ынтылышты тағы бер ҡат раҫланы. Һәр кем иғтибар үҙәгендә Радий Хәбиров иң тәүҙә Сибай ҡалаһында былтыр декабрҙә асылған “Рәсәй хеҙмәте” күп функциялы модулле кадрҙар үҙәген ҡараны. “Демография” милли проекты нигеҙендә асылған учреждениела урындағы халыҡ өҫтәмә һөнәри белем, психологик ярҙам, эшкә урынлашыуға бәйле консультация алыу мөмкинлегенә эйә. – Элек кешеләр бындай үҙәктәргә эш эҙләп кенә килә ине. Хәҙер иһә уларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәбеҙ. Белгестәр вакансияларҙы тәҡдим итеп кенә ҡалмай, ә эшкә урынлашҡас, тәүге осорҙа шарттарға яраҡлашыуҙа, психологик йәһәттән булышлыҡ ҡыла, – ти Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Сибайҙағы филиалы етәксеһе Нурзилә Сәғитова. – Беҙгә төрлө категорияға ҡараған граждандар – бәләкәй балалы әсәйҙәр, инвалидлығы булған кешеләр, хаҡлы ялдағылар, йәш белгестәр, яңы эш башлаған йүнселдәр һ.б. мөрәжәғәт итә. Шулай уҡ иркенән мәхрүм ителеп, срогын тултырып сыҡҡандарға ла ярҙам күрһәтелә. Уларҙы эшкә урынлаштырабыҙ һәм йәмәғәт тормошона яраҡлашырға булышабыҙ. Үҙәктә элекке кеүек оҙон сираттар юҡ. Хеҙмәтләндереү “берҙәм тәҙрә” ысулы буйынса ойошторола. Һанлы сервистар мөрәжәғәттәрҙе тиҙ ҡарау, халыҡтың төрлө ихтыяждарына ярашлы киң эш алып барыу мөмкинлеген бирә. Үҙәк штатында 13 белгес иҫәпләнә. Улар халыҡҡа эшкә урынлашыу, һөнәри белем алыу буйынса мәғлүмәт бирә, дәүләт ярҙамы, адреслы социаль булышлыҡ саралары хаҡында һөйләй. Үҙәктә “Кадрҙар компасы” тип аталған клуб ултырыштары үтә, унда белгестәр хеҙмәт тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Өлкән класс уҡыусылары, студенттар, эшһеҙ граждандар өсөн вакансиялар йәрминкәһе, һөнәри йүнәлеш биреү турҙары ойошторола. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең әсәйҙәре, ҡатындары, ҡыҙҙары өсөн аралашыу, психологик ярҙам күрһәтеү клубы булдырылған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килгәндә үҙәктә комиссия ултырышы бара ине. Унда аҙ килемле граждандар социаль контракт буйынса адреслы социаль ярҙам алыу өсөн бизнес пландарын тәҡдим итте. Мәҫәлән, 27 йәшлек Илгиз Иҫәндәүләтов массаж салоны асырға ниәтләй. Радий Хәбиров барыһына ла проекттарын тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләне, үҙәктең эшен юғары баһаланы. – Халыҡты хеҙмәтләндереүҙең бөтөнләй икенсе кимәленә – заманса алып барылыуына шаһит булдыҡ, – тине республика етәксеһе. – Һәр кем бында мөрәжәғәт иткәндән алып эшкә урынлашҡанға ҡәҙәр иғтибар үҙәгендә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме буйынса тормошҡа ашырылған милли проекттар, шул иҫәптән “Демография”, республика етәкселеге эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Сибайҙа халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре модулле конструкцияларын алыуға, урынлаштырыуға республика ҡаҙнаһынан 14 миллион һум аҡса бүленгән. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, социаль инфраструктура артабан да үҫтереләсәк. Ул урындарҙа йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелеүе менән айырыуса әһәмиәтле. Республика төбәктәрен комплекслы үҫтереүгә ынтылыш – федераль кимәлдә ҡуйылған мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Сибайҙың үҙәгендә “Киләсәк фабрикаһы” инновациялы эшҡыуарлыҡ йорто проектының тормошҡа ашырылыуы ла – урында йүнселлеккә ҡеүәт өҫтәргә тырышыу сағылышы. “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйында старт алған башланғыс бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүгә йүнәлтелгән алдынғы идеяларҙы бойомға ашырыуға ярҙам итәсәк. Яҙмыш ҡосағына ташланғайны... Ауыл күп тармаҡтарҙың – иҡтисадтың, мәҙәниәттең, социаль өлкәнең һ.б. нигеҙ ташы. Уны һаҡламаһаҡ, заман ауырлыҡтарына бергәләп ҡаршы тормаһаҡ, төп терәк-таянысһыҙ ҡалыуыбыҙ ихтимал. Шундай кире осраҡтар булды республикабыҙҙа. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Урғаҙы ауылы оҙаҡ ваҡыт дауамында иғтибарҙан ситтә ҡала килде, утыҙ йыл самаһы унда үҫеш өсөн бер ни ҙә эшләнмәне. Совет осоронда бында ҡеүәтле совхоз булған. Ул бөтөрөлгәс, ауылда, гүйә, йәшәү уты һүнгән. Халыҡ төрлө проблемалары менән бергә яҙмыш ҡосағына “ташланған”. Республика етәкселегенә Радий Хәбиров килгәс кенә Урғаҙы кеүек ауылдарҙың ҡатмарлы хәл-торошона иғтибар йүнәлтелә, халыҡтың мөрәжәғәттәре, үтенестәре иҫәпкә алына башланы. Күптәре хәҙер яңы һулыш кисерә, заманса үҫеш юлында. Мәҫәлән, Урғаҙыла яңы модулле участка дауаханаһы эшләй башлауы, социаль-мәҙәни үҙәк асылыуы, һыу үткәргес төҙөлөүе – төпкөл ауылдар хаҡында хәстәрлеккә дәлил. Баймаҡҡа районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Урғаҙылағы заманса социаль объекттарҙы ҡарап, уларға юғары баһа бирҙе. Модулле участка дауаханаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының беренсел звеноны яңыртыу программаһына ярашлы төҙөлгән. Былтыр эш башлаған медицина учреждениеһында ун ауыл халҡы (өс меңдән ашыу кеше) хеҙмәтләндерелә, терапия һәм педиатрия бүлексәләре бар. Дауаханала пациенттарҙы ҡабул итеү, процедура, прививка яһау, физиотерапия, акушер, стоматология һ.б. кабинеттары булдырылған, шулай уҡ тәүлек әйләнәһенә эшләгән һәм көндөҙгө стационарҙарҙа дауаланырға мөмкин. – Яңы бина асылғанға тиклем пациенттарҙы 1974 йылда төҙөлгән медицина учреждениеһында ҡабул иттем. Тейешле шарттарҙың булмауы, әлбиттә, хеҙмәтләндереүҙең сифатына кире йоғонто яһай ине, – ти терапевт Динар Игешов. – Пациенттарыбыҙ араһында ҡан баҫымының юғарылығынан, йөрәк ауырыуҙарынан яфаланғандар айырыуса күп. Хәҙер, заманса дауахана асылғас, сирҙәргә ҡаршы көрәш һөҙөмтәлерәк барыр тигән ышаныстабыҙ. Яңы бинаның төҙөлөп бөтөп сафҡа инеүен урғаҙылар ғына түгел, эргә-тирәләге ауылдарҙа йәшәгән бөтә халыҡ ашҡынып көтөп алды. Беҙ ҙә, хеҙмәткәрҙәр, сикһеҙ шатбыҙ, дәртләнеп эшләйбеҙ. Урғаҙы миҫалынан ғына сығып, шуны әйтергә була: һуңғы биш йылда ауыл медицинаһы инфраструктураһы ныҡлы алға китте. Иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункттары тулыһынса алмаштырыла. Республикала биш йөҙгә яҡын модулле конструкция – ауыл участка дауаханалары, табип практикаһы офистары, ФАП-тар ҡуйылды. “Тағы ла бер мөһим бурысыбыҙ – тармаҡты яҡшы әҙерлекле белгестәр менән тәьмин итеү, һәр фельдшер-акушерлыҡ пунктында үҙ һөнәренең оҫталары эшләргә тейеш, – тине учреждениеның табиптары, пациенттар менән осрашыуҙа Радий Хәбиров. – Ауыл медицинаһын яңыртыу – төбәгебеҙҙә комплекслы хәл ителгән өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе”. Клубһыҙ йәшәү мөмкинме? Республика Башлығы ошо эш сәфәре барышында Урғаҙыла социаль-мәҙәни үҙәк асыуҙа ҡатнашты. Бинаның дөйөм майҙаны өс мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Объекттың хаҡы – 200 миллион һумдан күберәк. “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” программаһына ярашлы, тауыш, яҡтылыҡ ҡорамалдары комплекты, сәхнә костюмдары алыуға аҡса бүленгән. Ауыл ҙур, унда өс меңгә яҡын кеше ғүмер итә. Әлбиттә, шунсама халыҡҡа клубһыҙ йәшәү мөмкин түгел, ул – мәҙәни саралар үткәреү генә түгел, осрашып аралашыу, фекер алышыу, кәңәшләшеү урыны ла. Хәҙер урғаҙыларға был йәһәттән киң мөмкинлек асылды: улар өсөн тотош социаль-мәҙәни үҙәк сафҡа индерелде. Бинала балаларға художество, музыка мәктәптәре, спорт зонаһы эшләй. Шулай уҡ китапхана, тренажер залы, бәләкәстәргә уйын бүлмәһе, күргәҙмә фойеһы һ.б. булдырылған. – Бында тормош гөрләп торорға тейеш, – тине үҙәкте асыу тантанаһында Радий Хәбиров. – Урғаҙыла шулай уҡ һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү бурысы тора. Ғөмүмән, Баймаҡта эшһөйәр халыҡ йәшәй. Районға төрлө яҡлап үҫешергә ярҙам итәсәкбеҙ. Урғаҙы Сибай менән Аҡъяр араһындағы юл буйында ята. Тимәк, ҡала һәм башҡа райондар менән бәйләнеш мөмкинлеге киң. Әле был юл ремонтлана. Әйтеп үтелгән барлыҡ объекттар урындағы халыҡтың йәшәү шарттарын, ауыл инфраструктураһын үҫтереүгә тос өлөш индереп, Урғаҙыны яңы кимәлгә күтәрәсәк, йәш быуынға тыуған төйәгендә төпләнеп ҡалыуға этәргес бирәсәк. “Шәхестәребеҙ беҙҙе көслөрәк итә” “Милләттең ниндәй икәнен белгегеҙ килһә, шәхестәренә ҡарағыҙ” тигән әйтем бар. Был йәһәттән беҙҙең башҡорт халҡының даны алдан йөрөй: уны элек-электән киң танытҡан бөйөк ул-ҡыҙҙары бихисап. Шуларҙың береһе – арҙаҡлы дәүләт эшмәкәре Зекериә Аҡназаров. Баймаҡ районының Ямаш утарында тыуған, крәҫтиән ғаиләһендә тәрбиәләнгән малай үҙ көсө, тырышлығы менән алға ынтылып, белем һәм һөнәр алып, республикабыҙҙа иң юғары дәрәжәгә күтәрелә – 1962 – 1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Министрҙар советы рәйесе бурыстарын лайыҡлы атҡара. Баймаҡтың ғына түгел, барлыҡ республикабыҙҙың ошондай олуғ шәхесенә тыуған районы үҙәгендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы майҙанында бюст ҡуйылды. Авторы – Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, скульптор Хәниф Хәбибрахманов. – Зекериә Аҡназаров кеүек арҙаҡлы шәхестәребеҙ тураһында яҡты иҫтәлек мәңге һаҡланырға тейеш. Уларҙың нисек йәшәгәнен, тормошта нисек алға барыуҙарын белеү беҙҙе көслөрәк итә, йәштәрҙе илһамландыра. Идеяны хуплаған бюст авторына, Зекериә Аҡназаровтың туғандарына, яҡындарына, улдарына ҙур рәхмәт белдерәм, – тине тантаналағы сығышында Радий Хәбиров. Мәғлүм булыуынса, республикабыҙҙа арҙаҡлы шәхестәр хаҡында иҫтәлекте мәңгеләштереү, онотолған исемдәрҙе тергеҙеү буйынса киң эшмәкәрлек алып барыла. Мәҫәлән, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа, беренсе Президент Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асыу – изге башланғыстың күркәм өлгөһө. Халҡыбыҙға, айырыуса йәштәребеҙгә оло үрнәк булған Зекериә Аҡназаровтың да исемен мәңгеләштереү, киләсәк быуын тәрбиәләнгән белем усағы алдына бюсын ҡуйыу, һис шикһеҙ, йәмғиәткә алға ынтылыш бирер. Йәштәр – терәк-таянысыбыҙ Заманында Зекериә Аҡназаров Урал аръяғы агросәнәғәт колледжын булдырыуға, үҫтереүгә, ауыл хужалығына белгестәр әҙерләү эшенә ҙур өлөш индергән. Шәхестең – йөҙ, уҡыу йортоноң илле йыллығын билдәләгәндә биләмәлә бюст асыу олуғ милләттәшебеҙҙең хаҡ юлы дауам итәсәген раҫлағандай. Республика Башлығының тәҡдименә ярашлы, Мәғариф һәм фән министрлығының ярҙамы менән 2022 йылда агросәнәғәт колледжының уҡыу корпусына, оҫтаханаларына капиталь ремонт яһалғас, Радий Фәрит улы башҡарылған эштәрҙе шәхсән килеп тикшерә. Шул мәлдә ул мәғариф учреждениеһының дөйөм ятағын да төҙөкләндереү кәрәклеген белдерә, “яңыртасаҡбыҙ” тип студенттарға вәғәҙә бирә. Һәм әйтелгән һүҙ үтәлә. – Йәшәү урындарын яңыртып, беҙ йәштәргә хөрмәтебеҙҙе, ышанысыбыҙҙы белдерәбеҙ. Улар республикабыҙҙың киләсәген төҙөй. Улар – терәк-таянысыбыҙ. Йәштәргә йәшәү, белем алыу өсөн яҡшы шарттар булдырыу мөһим. Был эш артабан да дауам итәсәк, – тине әлеге эш сәфәрендә агросәнәғәт колледжына инеп сыҡҡан Радий Хәбиров. Республика Башлығының ҡарарына ярашлы, урта һөнәри белем биреү учреждениеларының матди-техник хәлен заманса яңыртыу өсөн йыл да 500 миллион һум аҡса бүленә. Киләсәктә ошондай белем усаҡтарының барыһы ла төҙөкләндереләсәк. Радий Фәрит улының һүҙҙәренсә, төбәгебеҙҙең киләсәген төҙөйәсәк йәштәр уңайлы шарттарҙа йәшәргә, уҡырға тейеш. Сибай ҡалаһына, Баймаҡ районына эш сәфәрендә тап шул бурыстарҙың эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырылыуы раҫланды. Йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, иғтибар – төбәктең үҫешенә ныҡлы ҡеүәт ул. Илгиз ИҪӘНДӘҮЛӘТОВ, йәш эшҡыуар: – Сибай ҡалаһындағы “Рәсәй хеҙмәте” күп функциялы модулле кадрҙар үҙәгенә мөрәжәғәт иткәс, ундағы белгестәр миңә эшҡыуарлыҡтың төрлө үҙенсәлектәрен өйрәтте, яҡшы кәңәштәр бирҙе. Массаж салоны асыуға адреслы социаль ярҙам юллау өсөн кәрәкле барлыҡ документтарҙы бергәләп йыйҙыҡ. Үҙәктең төп инспекторы Елена Бандяева мөрәжәғәт иткәндән алып әлегәсә минең менән тығыҙ бәйләнештә. Комиссия алдында бизнес планымды яҡланым, массаж өҫтәлдәре, аппараттар алыуға адреслы социаль ярҙам булыр тип өмөтләнәм. Ниәт итеүемсә, унда ир-егеттәргә һауыҡтырыу, спорт массажы яһаласаҡ, энә ҡаҙап дауалау үткәреләсәк. Үҙем милли көрәш менән шөғөлләндем. Массаж һәр спортсы өсөн мөһим. Маҡсатымды тормошҡа ашырыу барышында аныҡ ярҙам күрһәткән үҙәк белгестәренә ҙур рәхмәт. Резеда ҒҮМӘРОВА, Урғаҙы ауылындағы социаль-мәҙәни үҙәк хеҙмәткәре: – Объектты төҙөү 2020 йылда башланғайны. Эш уңышлы тамамланып, яңы бинаға аяҡ баҫыу мәлебеҙҙе бөтә ауыл менән ашҡынып көттөк. Бындай уҡ яҡшы шарттар, ҡалалағы кеүек уңайлылыҡ булыр тип уйламағайныҡ та. Ысынлап һоҡланғыс, шәп беҙҙең үҙәк! Мәҫәлән, элек хыяллана ла алмаған мөмкинлектәрҙең береһе – репетицияға килгән ата-әсә бәләкәй балаларын уйын бүлмәһендә тыныс ҡына ҡалдыра ала. Сабыйҙар тейешле кимәлдә йыһазландырылған урында бергәләп уйнай, аралаша. Үҙәктә махсус хәрби операция яугирҙәренә гуманитар ярҙам йыйыу өсөн дә айырым бүлмә бар, тимәк, элекке кеүек төрлө урында йөрөмәйәсәкбеҙ. Ғөмүмән, барыһы ла хәстәрләнгән бында. Йылы, уңайлы, яҡты, матур, киң... Йәш быуынды бына ошондай яҡшы шарттарҙа тәрбиәләй алыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ. Хәләф ИШМОРАТОВ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре: – Зекериә Аҡназаров республикабыҙға етәкселек иткәндә Советтар Союзының ныҡлы үҫеш алған ваҡыты ине. Ул осорҙа төбәгебеҙҙә яңы завод-фабрикалар, ауыл хужалығы, сәнәғәт предприятиелары барлыҡҡа килде. Беҙҙең Башҡортостан Рәсәйҙең алдынғы субъекттарының береһенә әйләнде. Бындай ҡаҙаныштарҙа Зекериә Шәрәфетдин улының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уның шул ҡәҙәр киң ҡарашлы, төрлө өлкәләр буйынса берҙәй төплө белемле булыуына һоҡлана инек. Тәүге һөнәре – уҡытыусылыҡ – Зекериә Шәрәфетдин улының эш алымына ныҡлы йоғонто яһағандыр, тип уйлайым. Ни өсөн тигәндә, ул бер ҡасан да кешегә тауыш күтәрмәне, ҡысҡырып өндәшмәне. Кадрҙарҙы үҫтереү, тейешенсә тәрбиәләү мәсьәләһенә бик етди, яуаплы ҡараны. Тыуған Баймағында шәхестең исемен мәңгеләштереү – бик дөрөҫ, кәрәкле эш. Был республика етәкселегенең халҡыбыҙҙың тарихына, бөйөк кешеләренә оло ихтирамын, хөрмәтен йәнә бер ҡат раҫланы. Ошондай йүнәлеш артабан да дауам итер тип ышанам. Илдус ЗӘЙНУЛЛИН, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы директоры: – Йәштәрҙең йәшәү шарттары яҡшы булһа, улар белем алырға, һөнәри йәһәттән үҫешкә ынтылып тора. Радий Фәрит улының тәҡдименә ярашлы, беҙҙең уҡыу йортонда, ятаҡта ремонт яһалғас, студенттарыбыҙ күңелендә сәм, ғәм көсәйҙе. Баймаҡтың, Әбйәлилдең билдәле ауыл хужалығы ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, Мәскәүҙәге “Алтын көҙ” күргәҙмәһенә барып ҡайттыҡ, Башҡортостан дәүләт аграр университеты, Сибай институты беҙҙең студенттарҙы үҙҙәренә алып, артабан үҫтерергә әҙер тора – ошо һәм башҡа барлыҡ уңыштарыбыҙҙың нигеҙе – колледжға дәүләтебеҙҙең иғтибарлы булыуында. Эшсе һөнәрҙәргә ҡарата хөрмәт – киләсәгебеҙҙе хәстәрләү ул. Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Һәр кеше йәшәгән ерендә тормош шарттарының яҡшы, уңайлы булыуын теләй. Үҙенең генә мәнфәғәттәрен алға ҡуймай ул, ә тәү сиратта балаларын, киләсәкте хәстәрләй. Һәйбәт тәрбиәләнгән баҫыуҙа уңыш мул булған кеүек, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған ауыл-ҡалаларҙа тыуым арта, кешеләрҙә дәрт-дарман, ышаныс, ошо ерҙә тамырҙарын нығытыу теләге көсәйә. Халыҡтың тап шул мәнфәғәттәрен ҡайғыртып, дәүләтебеҙ тарафынан айырыуса һуңғы йылдарҙа ҙур эштәр алып барыла. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Сибай ҡалаһына һәм Баймаҡ районына эш сәфәре барышында ҡаралған объекттар республика төбәктәренә социаль-иҡтисади ҡеүәт өҫтәргә ынтылышты тағы бер ҡат раҫланы. Һәр кем иғтибар үҙәгендә Радий Хәбиров иң тәүҙә Сибай ҡалаһында былтыр декабрҙә асылған “Рәсәй хеҙмәте” күп функциялы модулле кадрҙар үҙәген ҡараны. “Демография” милли проекты нигеҙендә асылған учреждениела урындағы халыҡ өҫтәмә һөнәри белем, психологик ярҙам, эшкә урынлашыуға бәйле консультация алыу мөмкинлегенә эйә. –