Краснодар крайында велокросс буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге үтте. Был бөтә Рәсәй кимәлендәге ҙур ярыштар, унда бөтә Рәсәйҙән, шулай уҡ Белоруссиянан 200-ҙән ашыу профессионал ҡатнаша. Улар “Физик культураны һәм спортты үҫтереү” дәүләт программаһы (государственная программа “Развитие физической культуры и спорта”) маҡсаттарына ярашлы ойошторолдо. Башҡортостан йыйылмаһы составында ҙур велоуҙышта Ишембай спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты. Уҙыш йомғаҡтары буйынса Камилла Үтеғәлиева 13-14 йәшлек ҡыҙҙар араһында 5,5 километр арауыҡта маунтин-байк велоуҙышында бронза миҙалға лайыҡ булды. Руслан Ғәзизов 11 километр арауыҡта велокросс дисциплинаһында 15-16 йәшлек егеттәр араһында дүртенсе урын алды. Башҡортостанда велоспорт әүҙем үҫешә һәм йәш спортсыларға үҙ һәләттәрен күрһәтергә һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирә. Ишембай районының 1-се спорт мәктәбендә урынлашҡан велоүҙәк тренерҙары велоспортты үҫтерергә ярҙам итеп кенә ҡалмай, шулай уҡ йәштәрҙең рухи һәм физик сифаттарын үҫтерә, уларға сәләмәт йәшәү рәүешенә һәм ваҡытты әүҙем үткәреүгә булышлыҡ итә. “Беҙ тәрбиәләнеүселәребеҙ һәм тренерҙарыбыҙ менән бик ғорурланабыҙ. Уларҙың еңел булмаған эштәрендә тағы ла ҙурыраҡ уңыштар теләйбеҙ”, - тине Ишембай районының физик культура, спорт һәм туризм идаралығы рәйесе Марат Зарипов. Был сара ил Президенты В. Путиндың указы менән башланғыс алған "Демография" милли проектының (нацпроект "Демография") маҡсаттарына тура килә. Фото: Ишембай районы хакимиәте.