Йәрмәкәй районының Һыуыҡҡул ауылы уҡыусылары Бәләбәй һөт комбинатына экскурсияға барҙы. Экскурсия “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килгән “Киләсәккә билет” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо. Балалар продукцияһы Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә популярлыҡ яулаған был предприятие эшмәкәрлеге менән танышты. Экскурсия барышында мәктәп уҡыусыларына комбинат тарихы, һөт комбинатында етештерелгән продукцияның үҙенсәлектәре хаҡында һөйләнеләр. Студенттарға һөнәри йүнәлеш биреү өсөн һөт сәнәғәте технологы, пастеризация аппаратсыһы, май яһаусы, сыр яһаусы, айыртылмаған һөт һәм һөт продукцияларын етештереү мастеры кеүек һөт эшкәртеү сәнәғәте һөнәрҙәре менән таныштырҙылар. Шулай уҡ балалар технолог, микробиолог, производство участкаһы мастеры, лаборанттың эше тураһында белде. Комбинат хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларға сыр төрҙәрен нисек яһауҙарын, сыр һаҡлағысты күрһәтте. Экскурсия барышында төрлө сорттарҙы тәмл