Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Актерҙар Гөлсирә Ғиззәтуллинаның бәрәсенә исем ҡушып ҡайтҡан

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры хеҙмәткәрҙәре Ейәнсура районының Иҙәш ауылында йәшәгән яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның өйөнә барған. Күрәһең, уның әҫәрҙәрен сәхнәләштереү тураһында һөйләшергәлер. Ә әҙибә икмәк бешереп, баҡса үҫтереп, мал тотоп тыуған яғында ғәҙәти ауыл тормошо менән йәшәй. Тап театр артистары килгән ваҡытта уларҙа кәзә бәрәсе тыуа. Оҙаҡ уйлап тормай, Башдрам артистары малҡайға яңғырауыҡлы исем ҡуша. Таныш булығыҙ: Башдрам! Бөҙрәкәй имен-һау үҫһен, хужабикәһен артислыҡ һәләттәре менән ҡыуандырһын. Ә Гөлсирә Ғиззәтуллина әҫәрҙәре театр тамашасыһын һөйөндөрһөн тип теләйбеҙ. Фото: БДАДТ-тың матбуғат хеҙмәтенән.