Көйөргәҙе ауылында тыуған егет Үрге Бабалар ауылында мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлаған, унан һуң Өфөлә энергетика колледжында белем алған. Өфө, Ырымбур ҡалаларында эшләгән егеттең ҡулынан килмәгән эше булмай: кәрәк икән фатир ремонтлаған, төрлө күләмдәге төҙөлөшкә тотонған. “Ғаиләлә беҙ ике малай үҫтек. Һаулыҡ ҡаҡшауы сәбәпле әрмелә хеҙмәт итмәгәйнем. Атайҙы ла беҙ бала саҡта юғалттыҡ, шуға ла иртә ҡул араһына инергә, эшкә ныҡлы өйрәнергә тура килде”, - ти ул. Махсус хәрби операция башланғас, 28 йәшлек егет 2023 йылда үҙ теләге менән контракт төҙөй. “Яуға киткәнемде яҡындарымдың береһе лә белмәне. Ниәт иткән эште бер ҡасан да алдан һөйләп йөрөй торған холҡом юҡ”, - ти “Хираката”. Инструкторҙар эшкә сынығып үҫкән, ерлектә тиҙ ориентир таба алған ауыл егетенең һәләтен күреп, уны штурмлаусылар командаһы командиры тип билдәләй. “Минең ҡул аҫтында дисциплина яҡшы ине, һәр һалдат бер-береһе өсөн ҡалҡандай булды. Беҙҙең легендар командирҙар – барыһы ла батырҙар”, - ти ул ғорурлыҡ менән.