Өфөлә Илһөйә Бәҙретдинованың концерттары ҙур аншлаг менән бара. Йырсы тамашасылары менән ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә урынлаштырып бара. “Әйтәм бит, иң шәп тамашасы миндә, тип. Яратам шундай ихлас кешеләрҙе!” – тип яҙған ул үҙ сәхифәһендә. Сәхнәгә сәскә гөлләмәһе тотоп бер ханым менгән. Ул концертҡа беренсе тапҡыр килеүе һәм хис-кисерештәре менән ихлас бүлешә. “Мин үҙемде тота алмайым. Әллә нишләйем, бейейем, иҫәрләнәм. Минең әхирәтем: “Рәсилә, һин унда бар, Илһөйәнән шундай иҫәрләнәһең, концерт бөткәнсә”, - тине. Ҡәйнеш ултыра бында. “Еңгә, ултыр инде", - ти. Мин ултыра алмайым. Йырлайым, арттағы тамашасылар: “Ултырығыҙ инде”, - ти. Ә мин ултыра алмайым. Энергетика иҫ киткес, шаҡ ҡатҡыс”, -ти ул. Артабан тамашасы Әнғәм Атнабаевтың “Таңдарҙа гармун уйнаның” (Назар Нәжмигә) шиғырын һөйләй башлай. Ҡалған тамашасылар уны алҡыштарға күмә, ә Илһөйә Бәҙретдинова, тын да алмай, шаҡ ҡатып тыңлап тора. Бына шундай ихлас тамашасылар йырсыны ысынлап та хайран иткән дә. Фото