3 февралдә Өфөлә билдәле рәссамдарҙың Третьяков галереяһында һаҡланған картиналары репродукцияһының күсмә күргәҙмәһе эшләй башланы. Мәҙәни-мәғариф проекты – “Шатлыҡ бүләк ит” социаль ярҙам үҙәге” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың идеяһы. Ул тормошта ауыр хәлдә ҡалған, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар өсөн тәғәйенләнгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһының сәнәғәт предприятиеһына эш сәфәренә барғанда, шунда эшләгән Карина Ҡадирова уға ошо проектты тормошҡа ашырыу теләген еткерә. 10 йыл буйына ирекмән булған Каринаның үтенесе яуапһыҙ ҡалмай, уға ярҙам күрһәтелә. Күргәҙмә ойоштороуҙа битараф булмаған халыҡ та ҡатнаша. “Шатлыҡ бүләк ит” үҙәгенә нигеҙ һалыусы Карина Ҡадирова күргәҙмәне асыу тантанаһында шулай тине: “Беҙ сәнғәттең шәхес формалашыуына йоғонто яһай алғанына, изге эштәргә илһамландыра һәм шатлыҡ бүләк итә алғанына бик ышанабыҙ. Проект барышында беҙ һүрәт төшөрөү, ҡағыҙ һәм ҡом менән эшләү буйынса мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ. Р
Башҡортостан балалары билдәле рус рәссамдарының картиналарын ҡарай ала
4 февраля 20254 фев 2025
1 мин