Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Минуттар сәғәткә торошло саҡта

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда уҡ республикала санавиацияны үҫтереү хаҡында пландары менән уртаҡлашҡайны. “Санавиация тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Осоштарға бары тәбиғәт көйһөҙлөктәре генә ҡамасаулауы мөмкин. Республикабыҙ ҙур, аралар алыҫ. Санавиация ярҙамында беҙ юлдағы ваҡытты ҡыҫҡартасаҡбыҙ һәм ваҡытында ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Кеше ғүмеренән һәм сәләмәтлегенән дә мөһимерәк нимә юҡ”, – тип оҙаҡламай Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән өҫтәмә финанслау тураһында килешеү төҙөйәсәктәре тураһында белдергәйне. ”Был сара осоштарҙы арттырырға, тимәк, кеше ғүмерҙәре һанын күберәк һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк”, –тине Радий Фәрит улы. Башҡортостан етәкселеге граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм ғүмерҙәрен һаҡлау өсөн бөтә тырышлығын һала , шуға күрә санавиацияны үҫтереүҙе өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе тип иҫәпләй. Хәҙер санитар авиация тормошобоҙға тәрән үтеп инде. Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының планлы һәм экстрен консультация ярҙамы бүлексәһе м

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда уҡ республикала санавиацияны үҫтереү хаҡында пландары менән уртаҡлашҡайны. “Санавиация тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Осоштарға бары тәбиғәт көйһөҙлөктәре генә ҡамасаулауы мөмкин. Республикабыҙ ҙур, аралар алыҫ. Санавиация ярҙамында беҙ юлдағы ваҡытты ҡыҫҡартасаҡбыҙ һәм ваҡытында ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Кеше ғүмеренән һәм сәләмәтлегенән дә мөһимерәк нимә юҡ”, – тип оҙаҡламай Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән өҫтәмә финанслау тураһында килешеү төҙөйәсәктәре тураһында белдергәйне. ”Был сара осоштарҙы арттырырға, тимәк, кеше ғүмерҙәре һанын күберәк һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк”, –тине Радий Фәрит улы. Башҡортостан етәкселеге граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм ғүмерҙәрен һаҡлау өсөн бөтә тырышлығын һала , шуға күрә санавиацияны үҫтереүҙе өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе тип иҫәпләй. Хәҙер санитар авиация тормошобоҙға тәрән үтеп инде. Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының планлы һәм экстрен консультация ярҙамы бүлексәһе мөдире, анестезиолог-реаниматолог Вадим Самат улы Ғәлиәхмәтов медицина тармағының бик яуаплы, ашығыс ҡарарҙар ҡабул итеү үтә мөһим, минуттар сәғәткә торошло булған тынғыһыҙ өлкәһендә эшләй. Ни өсөн тап ошо хеҙмәтте һайланығыҙ, тигән һорауға теүәл генә яуап ҡайтарманы, “моғайын, һинең ҡатнашлығыңды талап иткән ҡатмарлы тормош, хәл иткес ваҡиғалар эсендә ҡайнап йәшәү үҙенә тарта торғандыр”, тип әйтеү менән генә сикләнде. Студент йылдарында "ашығыс ярҙам" бригадаһында фельдшер булып эшләп, ҡыл өҫтөндә торған ғүмер өсөн көрәштә һәр минуттың ҡәҙерен белергә, көтөлмәгән хәлдә лә юғалып ҡалмайынса, дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә өйрәнеү, тәжрибә туплау эҙһеҙ үтмәгән. Санитар авиацияла ете йыл эшләү осоронда тап ошо тәүге күнекмәләр, ойошҡанлыҡ, дисциплина, теүәллек ярҙамға килгән дә инде. – Тәүге осошто бөгөнгөләй яҡшы хәтерләйем. Бәләбәй ҡалаһынан янғында тәне бешкән ауыр хәлдәге пациентты баш ҡала дауаханаларының береһенә килтерергә тура килде. Тәне янған, өҫтәүенә комала булған ауырыуҙы транспортировкалау еңел мәсьәлә булманы. Ваҡытында квалификациялы ярҙам күрһәтеү һәм тейешле белгестәргә килтереп еткереү пациенттың ғүмерен һаҡлап алып ҡалды, – ти Вадим Самат улы. – Айына 15-17 осош яһарға тура килә. Йышыраҡ ниндәй хәл-ваҡиғалар менән осрашырға тура килгәнен өҙөп кенә әйтеп тә булмаҫ, юл-транспорт ваҡиғаларына тарыу, утта бешеү, ағыуланыу осраҡтары, ашығыс операциялар яһау мохтажлығы... Бына һеҙ килер алдынан ғына Ишембайҙан шылтыраттылар. Пациент үҙен Өфөгә килтереүҙән баш тарта, быға уның тулы хоҡуғы бар, тимәк, урынға белгестәр барып, ауырыуға ярҙам итергә, консультация бирергә, хәлде дөрөҫ баһаларға тейеш. Беҙҙең эштә “хәлде дөрөҫ баһалау” ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡайһы саҡта ауырыуҙы санитар авиация менән ташыу сәләмәтлек торошон ҡатмарландырыуы ғына ихтимал. Транспорт төрөн һәм белгестәрҙе һайлай белеү кәрәк. Беҙҙә эш тәжрибәһе өс йылдан да кәм булмаған, тейешле категорияға эйә табиптар, медицина фәндәре кандидаттары хеҙмәт итә. Ошо көндәрҙә генә профессор Пантелеев Миәкә районына осош яһап, ауыр хәлдәге пациентҡа урында ашығыс операция яһап, ҡан ағыуын туҡтата һәм ғүмерен һаҡлап ҡала алды. “Ансат” вертолеттарының ауыр сирлеләрҙе республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән баш ҡала дауаханаларына ашығыс рәүештә килтереүе, белгестәрҙең райондарҙағы хеҙмәттәштәренә ҡатмарлы осраҡтарҙа ярҙамға осоуы тураһында яҡшы хәбәрҙарбыҙ. Былтыр санитар авиация тарафынан республикала 165 осош яһалған, реанимобилдәрҙә 1180 кеше дауаханаларға килтерелгән. Санитар авиацияның хеҙмәтен аҙ ғына булһа ла күҙ алдына килтереү өсөн бер нисә миҫал. Өфөнөң акушер-гинекологтарына Мәсәғүт дауаханаһына, “Ансат” вертолетында хеҙмәттәштәренә ярҙамға ашығып, әсә булырға йыйынған ике ҡатынды ашығыс рәүештә баш ҡала дауаханаһына илтергә тура килде. Ҡариҙел районында юл-транспорт ваҡиғаһында йәрәхәтләнгән 11 йәшлек пациентты ла санавиация ярҙамында нейрохирург, реаниматолог һәм неврологтар менән берлектә Республика балалар клиник дауаханаһына килтерергә ҡарар ителде. Шул рәүешле Нефтекама ҡалаһынан ваҡытынан алда етлекмәй тыуған сабыйҙың ғүмере һаҡлап ҡалынды. Бындай миҫалдарҙы тағы ла әллә күпме килтерергә мөмкин булыр ине. Санитар авиация ғүмерҙәренә хәүеф янаған ауырыуҙарҙы алыҫ райондарҙан, төпкөл ауылдарҙан дауаханаларға тиҙерәк илтеү өсөн тәғәйенләнгән дә инде. Вертолет бортында пациентты профилле клиникаға алып барып еткергәнгә тиклем күҙәтеүсе, ярҙам күрһәтеүсе реаниматолог һәм анестезиолог сәләмәтлек һағында тора. Башҡортостанда санитар авиацияны үҫтереү “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (хәҙерге “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” - национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тәүге медик-санитар ярҙамды үҫтереү федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. “Ҡанатлы” ашығыс ярҙам хеҙмәте ҡарамағында ике “Ансат” вертолеты һәм алты реанимобиль бар. Бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған һауа судноларын һатып алыу республикала санитар авиация үҫешенә яңы һулыш бирҙе. Быға тиклем пациенттарҙы Ан-2 самолеттарында һәм “Робинсон” вертолеттарында эвакуацияларға тура килгән. Тик улар ауыр хәлдәге пациенттарҙы илтеү өсөн яраҡлы булмаған. Өҫтәүенә самолеттар теләгән һәр ерҙә ултыра алмаған, улар өсөн осош-ултырыу һыҙаты булыуы кәрәк. Белгестәрҙең әйтеүенсә, һауа судноһын ултыртыу өсөн кәм тигәндә ҡырсынлы юл булыуы талап ителә. “Ә “Ансат” ҙур булмаған участкаға бик еңел генә төшөп ултыра ала, һауала осҡан мәлдә үк урынды һайларға мөмкин, алдан әҙерлек тә кәрәкмәй. Санитар авиация хеҙмәтен өс подразделение башҡара: өлкәндәрҙе Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы белгестәре хеҙмәтләндерә, балаларға ярҙамға Республика балалар клиник дауаханаһы табиптары ярҙамға килә, ә перинаталь үҙәк коллективы ауырлы һәм бала тапҡан ҡатындарға, яңы ғына донъяға килгән сабыйҙар янына ашыға. Санитар авиацияға район һәм ҡала дауаханаларынан консультация һорап шылтыратырға ла, белгестәрҙе саҡыртырға ла мөмкин. Республика клиник дауаханаһы табиптарын йыш ҡына ҡатмарлы операцияларҙы үткәреүҙә ярҙам итергә саҡыралар. Бары бик ашығыс осраҡтарҙа, урында ярҙам итеү мөмкинлеге булмағанда пациенттарҙы Өфөгә килтерәләр. Мәҫәлән, хирургия профиле буйынса саҡырыу килһә, бүлексә шунда уҡ дежур табип менән бәйләнешкә инә, пациент тураһындағы мәғлүмәт тапшырыла. Белгескә юлға сығырға кәрәкме-юҡмы, башҡа профилдәге табиптар ярҙамына мохтажлыҡ бармы – тиҙ арала хәл ителә. 30-40 минут эсендә бригада туплана һәм юлға сыға. Реанимобилдәр ҙә йыш ҡулланыла, айырыуса осоу өсөн һауа шарттары уңайлы булмағанда. Яҙғы-көҙгө осорҙа яуым-төшөм, томан, көслө ел вертолеттарға һауаға күтәрелергә ирек бирмәй. Республиканың географик яҡтан ҡатмарлылығы ла осош өсөн өҫтәмә ауырлыҡтар тыуҙырыуы билдәле. Бер үк ваҡытта вертолеттар ҙа, "ашығыс ярҙам" машиналары ла талап ителгән мәлдәр булып тора. Санитар авиация станцияһы Ғ. Ҡыуатов исемендәге дауахана эргәһендә 1936 йылда уҡ төҙөлгән булған. Вертолет майҙандарының береһе тән бешеү үҙәге районында, икенсеһе хәҙерге “Торатау” конгресс-холы урынында, өсөнсөһө “Аҡбуҙат” ипподромы янында урынлашыуы билдәле. 1989 йылдың 4 июнендә Оло Тәләк эргәһендәге тимер юлда поездар бәрелешеүе һөҙөмтәһендәге фажиғәне күптәр хәтерләйҙер әле. Ул саҡта республика санитар авиацияһы кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн бик ҙур эш башҡара. Өфөлә тән бешеү үҙәге эргәһендә ашығыс рәүештә вертолет майҙаны ойошторола, аҙаҡ 10 көн дауамында бәләгә тарығандар өсөн республика райондарынан донор ҡаны килтерелә. Ул саҡта һауаға бөтә санавиацияны күтәрәләр, тиҫтәнән ашыу судно эшкә ҡушыла. Бөгөн Ғ. Ҡыуатов исемендәге санитар авиация бүлексәһенең диспетчер хеҙмәтенә тәүлек әйләнәһенә мөрәжәғәттәр алына. Логистика ентекле уйланып эшләнгән. “Ансат” вертолеттары алыныу менән Өфөлә ике майҙан әҙерләнгән. – Санитар авиацияның үҫеш перспективаһы тураһында һүҙ сыҡҡанда, мин райондарҙа уңайлы вертолет майҙандарын төҙөү, төнөн уларҙың яҡшы яҡтыртылыуын күҙ уңында тотам. Вертолет майҙандарынан торған территориаль селтәр майҙаны булдырылһа, табиптарға республиканың төрлө мөйөштәрендә йәшәгән ауырыуҙарға ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү, ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыу еңелерәк буласаҡ, –ти бүлексә мөдире. ...Вадим Самат улы бына тағы бер шылтыратыуҙы ҡабул итә. Мәсьәлә етди. Бронхиаль астма менән яфаланған йәш кешегә ашығыс медицина ярҙамы кәрәк, йәһәтерәк эште ойоштораһы ла юлға сығаһы, ти бүлексә мөдире. Ҡанаттарығыҙ талмаһын, эштәрегеҙ уң булһын, тип теләйһе генә ҡала халҡыбыҙҙың тормошонда ҙур роль уйнаған тәүәккәл һәм ҡыйыу санитар авиация хеҙмәткәрҙәренә. Динә Арыҫланова. Фото: шәхси архивтан.