“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы (национальный проект “Производительность труда” ) республиканың 20 сәнәғәт ойошмаһына бер миллиард 873 миллион һумлыҡ льготалы займдар бирелгән. Әйткәндәй, 2025 йылдан был милли проект “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика") тип үҙгәртелде. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, аҡсаны сәнәғәт үҫешенең федераль һәм республика фонды биргән. Алынған займды предприятиелар ҡорамалдар, өҫтәмә материалдар алыуға һәм башҡа сығымдарға тотона. – Беҙгә төбәк предприятиеларына ярҙам итеү мөһим. Был уларҙың тотороҡло эшләүе, ҡорамалдарын яңыртыуы, продукция күләмен арттырыуҙары, яңы эш урындары булдырыу өсөн кәрәк, - тине сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. – Рәсәй Федерацияһының сәнәғәтте үҫтереү фондында финанслауҙы йәлеп итеү буйынса республика лидерҙар иҫәбендә. 200 проект льготалы займ алды ла инде. Милли проекттар ил Президенты Влади