2019-2024 йылдарҙа “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә Башҡортостан эшҡыуарҙары 4,7 миллиард һум күләмендә дәүләт ярҙамы алған, шул иҫәптән федераль бюджеттан - 4,4 миллиард һум, төбәк ҡаҙнаһынан - 0,3 миллиард һум. Был ярҙам төрлө программаларҙы тормошҡа ашырыуға, шул иҫәптән льготалы кредитлау, субсидиялау, шулай уҡ консультация хеҙмәттәр күрһәтеүгә һәм акселерация, белем биреү сараларын ойоштороуға йүнәлтелгән. “Милли проектты тормошҡа ашырыу эшҡыуарҙарға 2020 йылғы пандемия һәм 2022 йылда иҡтисади санкциялар индереү тыуҙырған иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ шарттарында үҙ позицияларын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә һалым керемдәрен арттырып, үҫешергә лә мөмкинлек бирҙе. Был күрелгән сараларҙың һөҙөмтәлелеге һәм уларҙың эшҡыуарлыҡ әүҙемлеге өсөн мөһимлеге тураһында һөйләй”, - ти Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының Берҙәм реестры мәғлүмәттәренә яра
Башҡортостан эшҡыуарҙары 4,7 миллиард һумлыҡ дәүләт ярҙамы алды
4 февраля 20254 фев 2025
2 мин