Ҡасанға хәтлем дауам итер был... Лилиә күрше бүлмәлә өләсәһенең ҡысҡырып нимәлер һөйләүенә йәнә йоҡлай алмай ятты. Уныһы төн уртаһына хәтлем телевизорҙан яңылыҡтар ҡарай ҙа күрше карауатта ятҡан ҡыҙына шуларҙы ҡабатлап һөйләй. “Бер ҙә донъялағы, илдәге хәлдәр менән ҡыҙыҡһынмайһығыҙ!” – тип асыуланып та ҡуя. Ҡыҙыҡай юрғаны менән башынан уҡ бөркәнеп ятырға мәжбүр булды, шунһыҙ йоҡоға талып булмаясаҡ. Иртәгә институтта беренсе парға барып өлгөрөргә кәрәк тә баһа... Өләсәй менән бер бүлмәлә ятҡан әсәһе нисек түҙәлер, уға ла иртән эшкә ашығырға кәрәк бит. Эйе, ул өләсәй ятҡан карауатҡа күрше генә диванда йоҡлай, сөнки әбей бер үҙе бер бүлмәлә булырға ҡурҡа. “Төнөн миңә бер-бер хәл булып китһә, кемгә өндәшермен”, – ти ул. – Хәйерле иртә, әсәй! – тип сәләмләне Лилиә, иртән йыуынырға китеп барышлай кухняла нимәлер әҙерләгән әсәһен күреп. Һоло бутҡаһы бешерәлер инде, өләсәһе йыш ҡына шуны әҙерләргә ҡуша. – Ниңә иртә торҙоң, ҡыҙым? Сәғәт алты ғына, тағы әҙерәк йоҡларға булыр ине... – тине уға әсәһе, үҙенең йөҙө һурылып, ябығып киткән кеүек, ҡиәфәте арыған кешегә оҡшап йонсоу. – Йоҡларһың бында һеҙҙең менән... Сәй ҡайнағанмы? – Эйй, сәйнүкте тоҡандырырға онотоҡанмын бит, хәҙер, хәҙер... Ул, ауыр көрһөнөп, ҡыҙын ҡарашы менән оҙатты ла, өҫтәлгә ризыҡтар ҡуя башланы. Шул уҡ мәлдә залда телевизор тауышы ишетелде – өләсәһе, көндәгесә, иртәнге сәғәт алтыла яңылыҡтар тапшырыуын тоҡандыра. Бер нисә минуттан ул кухняла пәйҙә буласаҡ, сөнки үҙен көн дә етенсе яртыла ашатырға ҡуша. Өлгөрмәһәләр, битәрләргә тотона. “Минең йылдар буйы килгән тәртип шундай. Табип та хуплай бер үк режимды тотоуымды. Иртән тороп сырхау әсәйеңә сәй эсереү артыҡ ауыр эш тә түгелдер бит, шуны ла эшләй алмайһығыҙ”, – тип өҫтәл янына ултырғас та байтаҡ ваҡыт һөйләнә әле. – Иртәрәк торорға кәрәк, шул саҡта үҙегеҙ өсөн дә, миңә лә ваҡытығыҙ әллә ни саҡлы буласаҡ, – ти ул. Лилиәгә институтҡа әле иртәрәк булыуы, уға тағы берәй сәғәт йоҡлап алыу мөмкинлеге бар икәнлеге, ә эш аҙнаһынан һуң ял көнөндә оҙағыраҡ ятырға теләүҙәре тураһында әйтеү ҡарсыҡҡа бер нисек тә тәьҫир итмәй. Әйтеп ҡаранылар инде. Барыбер көн дә иртәнге алтыла телевизор ҡысҡырып һөйләй башлай, ярты сәғәттән ул кухняға иртәнге сәйен эсергә килә. Лилиәнең олатаһы ике йыл элек вафат булғас та, өләсәһе ҡайғыһынан туҡтауһыҙ сирләй башланы, шуға уны үҙҙәренә алырға булдылар. – Лилиә, ултыр, бергәләп сәй эсәйек, – тине өләсәһе ваннанан сығып барған ейәнсәренә. – Иртән һәйбәт итеп ашарға кәрәк, юғиһә уҡырға көсөң булмаясаҡ. Былай ҙа ябығып бөткәнһең, ҡарауы ҡурҡыныс, йүнләп ашамайһың, тимәк. – Юҡ, өләсәй, ҡәһүә генә эсәм дә... Институтта ашханаға инергә ваҡыт ҡала әле. – Ул ашханала йүнле нәмә бирәләрме ни һеҙгә? Әйҙә, ултыр, бутҡа ашайыҡ. Лилиә уға ҡаршы әйтергә уҡталды ла, әсәһенең иҫкәртеүле ҡарашын һиҙеп, өндәшмәҫкә булды. Тиҙ генә сынаяғындағы ҡәһүәне бер-ике уртланы ла тороп кейем һайлай башланы. Бөгөн кис әхирәттәре менән киноға барырға килешкәйнеләр… Тышта шундай ҡояшлы матур көн, ә алда май байрамдары – рәттән бер нисә ял буласаҡ, был үҙе үк кәйефте күтәреп ебәрә. Көҙгөгә ҡарап алды ла косметичкаһын сығарҙы. – Ҡайҙа йыйындың? – тине әбей, ейәнсәренең биҙәнгәнен күреп. – Бөгөн ҡыҙҙар менән киноға барырға һөйләштек... – Нишләп ундай ҡыҫҡа итәкле күлдәк кейәһегеҙ һеҙ, ә? Урамда ниндәй генә бысраҡ уйлы кешеләр йөрөмәй, барыбер аңламайһығыҙ. Юҡҡа ваҡыт әрәм иткәнсе, әсәйеңә йорт эштәрендә ярҙам итер инең, исмаһам. Ул, өләсәһенең битәрләүен тыңлап бөтмәйенсә, тиҙерәк урамға ашыҡты. Тик кәйефе ҡырылғайны инде: ниңә өләсәһе гел шулай битәрләй икән: ул уҡыуында өлгәшеү өсөн бөтә тырышлығын һала, беренсе сессияны бик уңышлы тамамланы, өйҙә иҙәндәрҙе йыуырға һәм башҡа эштәрҙә әсәһенә һәр саҡ ярҙамлаша... Күлдәктең итәге тубыҡтан өҫтәрәк инде ул, тик башҡа тиҫтерҙәре лә шулай кейенә бит, 18 йәшендә әбейҙәр һымаҡ йөрөмәҫ бит инде. Кискә табан күмәкләп киноға барҙылар, тик ул иғтибар менән ҡарай алманы, шуға ла әхирәттәре: “Ни булды, Лилиә? Ниңә улай төшөнкө хәлдәһең?” – тип һорап ҡараһа ла, яуап бирмәне, кинотеатрҙан сыҡҡас та, яңғыҙ ҡалырға ашыҡты. Өләсәһе йәл, әлбиттә, сирләй бит. Тик әсәһе тағы ла нығыраҡ йәл – өләсәй нисек кенә мыжыһа ла, уға ярарға, теләктәрен һис һүҙһеҙ үтәргә ынтыла, үҙен ҡайғыртырға ваҡыты ла ҡалмай, хәҙер теләге лә юҡтыр инде. Үҙен дә йәлләй Лилиә, ҡартайған сирле әбей менән бер фатирҙа йәшәү анһат түгел икән. Ә бит ул да, әсәһе һымаҡ, өләсәйгә ярарға тырыша: институттан ваҡытында ҡайта, төшкө ашты йылытып бирә, дарыу төймәләрен тейешле һауытына һалып, алдына ултырта, ятҡан түшәген рәтләй... Әхирәттәре менән хушлашҡас, Лилиә паркка табан боролдо. Өйгә ҡайтҡыһы килмәй ине. Парк эсендә тын алыуы ла еңелерәк кеүек, кеше лә юҡ тиерлек, тып-тыныс. Был урындар уға бала саҡтан таныш. Ошо хәҙер иҫкереп бөткән эскәмйәлә улар өләсәһе менән ултырып ала торғайны. Ял көндәрендә уны өләсәһе һәр саҡ үҙенә алып ҡайтты, сөнки был осорҙа заман еңел булманы – атаһы эшһеҙ ҡалды, ғаиләнең финанс хәле насарайҙы, ата-әсәһе ял көндәренә ҡайҙандыр эш алып ҡайта ла шуның менән мәшғүл була ине. – Ҡара әле, ҡыҙым, ниндәй матур япраҡ! – Бына өләсәһе уға ерҙән ҙур ғына саған япрағы алып бирә. – Һинең усыңа оҡшаған, эйеме, ҡара әле. Бына ситендә бармаҡтары ла бар. Әйҙә, һанап ҡарайыҡ, нисәү икән... Өләсәһе менән паркта йөрөү рәхәт ине. Теләһәң күпме йөрө, ҡом майҙансыҡтарында ҡаҙынып ал, туңдырма алдырт... Ул ейәнсәрен ата-әсәһе һымаҡ ашыҡтырмай, өтәләнмәй, артынан яйлап ҡына бара бирә. Ә нисек мауыҡтырғыс итеп һөйләй торғайны. Үҙенең бала сағы нисек булғанын, Лилиәнең әсәһе кескәй сағында нимәләр эшләгәнен һөйләй. Ейәнсәренең һәр һорауына яуап бирә, һис тә ялҡмай. Лилиә өләсәһе-олатаһында ҡунырға ҡалырға ла ярата торғайны, сөнки унда, өйҙәге һымаҡ, “Һаман йоҡламайһыңмы?” тип һуҡранмайҙар, өләсәһе ул йоҡлап киткәнсе әкиәт һөйләй. Әкиәттәрҙе бик күп белә ине. Ә иртән кухняла ниндәйҙер тәмлекәс бешкән еҫкә уяныуы нисек рәхәт... Лилиәнең күҙҙәре йәшкәҙәп алды, илағыһы килгән кеүек. Уға моңһоу ҙа, күңелен уңайһыҙлыҡ хисе лә солғап алғайны. Өләсәһе йәл бигерәк. Ул ейәнсәрен нисек ҡайғыртҡан, ә улар... “Нисек хәлең? Ашаныңмы? Дарыуҙарыңды эстеңме?” тип вайымһыҙ ғына һорайҙар ҙа артабан һөйләшеү-аралашыу тамам. Һуңғы айҙарҙа әңгәмәләшеп ултырғандары булманы ла шикелле. Лилиә битенең эҫеп киткәнен тойҙо – улар сирләшкә әбей тип кенә ҡарай, ә бит яратҡан өләсәһе лә баһа! Фатирға ингәс тә ҡолаҡ һалды: залдан, һәр ваҡыттағыса, телевизор тауышы килә ине. Ҡыҙыҡай, тиҙ генә ваннаға инеп, ҡулын йыуҙы ла залға үтеп, өлөсәһе эргәһенә килеп ултырҙы. – Өләсәй, һинең менән бергә яңылыҡтар ҡарайым әле, яраймы? Әбей ейәнсәренә аптырабыраҡ ҡарап ҡуйҙы, шулай ҙа йөҙө бер аҙ яҡтырып киткәнен күрмәү мөмкин түгел ине. – Әйҙә-әйҙә, ҡыҙым, ултыр. Яңы башланып тора. – Өләсәй, күптән ҡарағаным юҡ яңылыҡтарҙы. Донъяла нимәләр барғанын да белмәй йөрөйөм. Шул имтихандарға әҙерләнәм тип ваҡыт та ҡалмай ҙаһа. Һин миңә аңлат әле бында ниндәй ваҡиғалар барғанын. Әбей ейәнсәренә телевизорҙағы һәр сюжетҡа аңлатма биреп барҙы, Лилиә тыңлап ултырҙы. Бик күпте белә икән дәһә өләсәһе. Ул хатта үҙен бала сағына әйләнеп ҡайтҡан һымаҡ та тойҙо. Әйтерһең дә, улар йәнә әлеге парктағы эскәмйәлә ултыра. – Киләһе аҙнала яңы сериал башлана, киске яңылыҡтар алдынан күрһәтәсәктәр. Бергәләп ҡарайыҡмы әллә ? – тине өләсәһе. – Әлбиттә, ҡарайбыҙ, өләсәй. Ә хәҙергә йоҡом килә, сәғәт ун беренсе китте бит. – Уй, ысынлап та, йоҡларға ваҡыт. Режим һәр саҡ режим булып ҡалырға тейеш. Тыныс йоҡо, ҡыҙым. Лилиә шунда уҡ йоҡлап китә алманы. Нимәлер етешмәгән кеүек. Бәй, стена аръяғында өләсәһенең һөйләгәне ишетелмәй бит. Ғөмүмән, фатирҙа шып-шым. Барып ҡарамаһаң да белергә була – өләсәһе ятыу менән йоҡлап та киткән. Иртән күҙен асып, сәғәткә күҙ һалғайны, тағы аптыраны: туғыҙынсы ярты булып килә, ә телевизор тоҡандырылмаған, был ваҡытта өләсәһе ҡысҡыртып яңылыҡтар ҡарай торғайны бит. Кухняға сыҡҡас, ул әсәһе менән өләсәһенең сөкөрҙәшеп сәй эсеп ултырғанын күрҙе. – Хәйерле иртә, өләсәй. Будильнигың эшләмәйме әллә? Һуңлап ҡына сәй эсәһең бөгөн... – Эшләй, ҡыҙым, эшләй. Тик ял көнөндә бер-ике сәғәткә оҙағыраҡ йоҡларға ла була бит, йоҡобоҙ туйһын әйҙә. – Ә телевизорҙан яңылыҡтар? – Яңылыҡтарҙы көндөҙ ҙә ҡарарға була. Бөгөн дә икәүләшеп ҡарарбыҙмы? – Әлбиттә, өләсәй, бергәләшеп ҡарарбыҙ. Һинең менән ҡарағанда, бөтәһе лә нығыраҡ аңлашыла. Әсәй, һин дә беҙҙең менән ҡарарһыңмы яңылыҡтарҙы? – Эйе, ҡыҙым, яңылыҡтар башланыр алдынан әйтерһегеҙ, – тип йылмайҙы әсәһе. Уның, һуңғы ваҡытта булмағанса, йөҙө лә асылыбыраҡ киткәндәй, йоҡоһо ла туйған, ахырыһы. Лилиә үҙенә сәй яһаны ла сынаяғына лимон киҫәге һалды. Бөтәһенең дә кәйефе һәйбәт ине. Хәҙер ул өләсәһе менән ниндәй мөнәсәбәттә булырға икәнен асыҡ белә – яҡын кешеңә иғтибарҙы һәм ваҡытты саҡ ҡына күберәк бүлергә кәрәк икән. Шулай өҫтәл янында һөйләшә-һөйләшә сәй эсеп ултырыуға етмәй.
Ҡасанға хәтлем дауам итер был... Лилиә күрше бүлмәлә өләсәһенең ҡысҡырып нимәлер һөйләүенә йәнә йоҡлай алмай ятты. Уныһы төн уртаһына хәтлем телевизорҙан яңылыҡтар ҡарай ҙа күрше карауатта ятҡан ҡыҙына шуларҙы ҡабатлап һөйләй. “Бер ҙә донъялағы, илдәге хәлдәр менән ҡыҙыҡһынмайһығыҙ!” – тип асыуланып та ҡуя. Ҡыҙыҡай юрғаны менән башынан уҡ бөркәнеп ятырға мәжбүр булды, шунһыҙ йоҡоға талып булмаясаҡ. Иртәгә институтта беренсе парға барып өлгөрөргә кәрәк тә баһа... Өләсәй менән бер бүлмәлә ятҡан әсәһе нисек түҙәлер, уға ла иртән эшкә ашығырға кәрәк бит. Эйе, ул өләсәй ятҡан карауатҡа күрше генә диванда йоҡлай, сөнки әбей бер үҙе бер бүлмәлә булырға ҡурҡа. “Төнөн миңә бер-бер хәл булып китһә, кемгә өндәшермен”, – ти ул. – Хәйерле иртә, әсәй! – тип сәләмләне Лилиә, иртән йыуынырға китеп барышлай кухняла нимәлер әҙерләгән әсәһен күреп. Һоло бутҡаһы бешерәлер инде, өләсәһе йыш ҡына шуны әҙерләргә ҡуша. – Ниңә иртә торҙоң, ҡыҙым? Сәғәт алты ғына, тағы әҙерәк йоҡларға булыр ине... – тине уға әс