2024 йылда Башҡортостанда 16 мең гектарҙан ашыу майҙанда урмандарҙы тергеҙеү эштәре башҡарылған. Был ҡырҡылған урмандар майҙанынан 18 процентҡа күберәк. Был хаҡта Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Алла Аникина белдерҙе. Башҡортостан ултыртылған урмандар майҙаны буйынса Волга буйы федераль округында лидер булып тора. Был эштә барлыҡ халыҡ әүҙем ҡатнаша. 2024 йылда республика “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә ултыртылған ағастар һаны буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урынды алды. Ә “Урманды һаҡлайыҡ” көҙгө акция йомғаҡтары буйынса Башҡортостан илдең урмандарҙы тергеҙеү буйынса иң яҡшы 10 төбәге иҫәбенә инде. Урмансыларҙы үҫентеләр менән тәьмин итеү өсөн 2024 йылда республикала дүрт тонна самаһы орлоҡ әҙерләнгән, шул иҫәптән 320 килограмы - яҡшыртылған орлоҡтар. Йыл һайын республикала 50 миллионға яҡын ҡиммәтле үҫенте үҫтерелә. Был республика урман ҡулланыусыларының ихтыяжын тулыһынса ҡаплай һәм үҫентеләр