Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Студент отрядтары йәштәргә яңы мөмкинлектәр бирә

Республиканың студент отрядтары составына 5 987 кеше инә - уларҙың иҫәбе буйынса Башҡортостан ил төбәктәре араһында өсөнсө урында тора. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров хәбәр итте. “Рәсәй студент отрядтары” йәштәр ойошмаһының төбәк бүлексәһенә бөтәһе 120 отряд инә. Уның төп йүнәлеше – йәйге осорҙа йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуҙы ойоштороу. 2024 йылда, мәҫәлән, 3,9 меңдән ашыу кеше эш менән тәьмин ителгән. Был күрһәткес буйынса республика ил төбәктәре араһында һигеҙенсе урынды биләй. – Һуңғы өс йылда йәштәр 1,2 миллиард һумдан ашыу аҡса эшләгән. Был уларҙың артабан тыуған республикаһында тотонолған реаль аҡсаһы, - тип билдәләне Вито Сабиров. Бынан тыш, студенттар отрядтары эшмәкәрлегенең йүнәлештәре иҫәбендә – йәштәрҙе йыл әйләнәһенә кәрәк булғанда эш менән тәьмин итеү, тематик проекттарҙы һәм эшсе һөнәрҙәргә бушлай белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу.

Республиканың студент отрядтары составына 5 987 кеше инә - уларҙың иҫәбе буйынса Башҡортостан ил төбәктәре араһында өсөнсө урында тора. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров хәбәр итте. “Рәсәй студент отрядтары” йәштәр ойошмаһының төбәк бүлексәһенә бөтәһе 120 отряд инә. Уның төп йүнәлеше – йәйге осорҙа йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуҙы ойоштороу. 2024 йылда, мәҫәлән, 3,9 меңдән ашыу кеше эш менән тәьмин ителгән. Был күрһәткес буйынса республика ил төбәктәре араһында һигеҙенсе урынды биләй. – Һуңғы өс йылда йәштәр 1,2 миллиард һумдан ашыу аҡса эшләгән. Был уларҙың артабан тыуған республикаһында тотонолған реаль аҡсаһы, - тип билдәләне Вито Сабиров. Бынан тыш, студенттар отрядтары эшмәкәрлегенең йүнәлештәре иҫәбендә – йәштәрҙе йыл әйләнәһенә кәрәк булғанда эш менән тәьмин итеү, тематик проекттарҙы һәм эшсе һөнәрҙәргә бушлай белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу. Атап әйткәндә, 2024 йылда республикаға 44 миллион һумдан ашыу федераль аҡса йәлеп итеү һөҙөмтәһендә юғары уҡыу йорттарында һәм колледждарҙа 3,3 мең студент уҡып сыҡҡан. Вито Сабиров төбәктә йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу өлкәһендә үҙ-ара оператив эш итеү өсөн штаб булдырырға һәм уның составына студенттар отрядтары, республика башҡарма власть органдары, предприятие һәм ойошмалар, вуздар һәм колледждар вәкилдәрен индерергә тәҡдим итте. Төп бурыстар иҫәбендә - вакансияларҙы туплау һәм яңыртыу, эшкә урынлашҡансы студенттарҙы оҙатып барыу, хеҙмәт проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн предприятиелар билдәләү һәм йәштәр өсөн кәрәкле эш шарттарын тәьмин итеү. Башҡортостан Башлығы республиканың студент отрядтарын үҫтереү буйынса штаб булдырыу башланғысын хупланы. - Был бик яҡшы хәл. Йәш кешенең аҡса эшләү мөмкинлеге бар. Асылда, бөтә ведомстволарҙан вакансиялар буйынса тәҡдимдәр йыябыҙ, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. - Студент булған саҡта ике ай эшләгәйнек, һуңынан ошо аҡсаға уҡыу йылы буйына йәшәнек. Иң яҡшы хәтирәләр генә ҡалды. Был тәжрибәне әүҙем тергеҙергә кәрәк. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.