Найти в Дзене

Туризм тармағы артабан үҫешә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә 2024 йылда туризм инфраструктураһын үҫтереү йомғаҡтары тикшерелде һәм 2025 йылға бурыстар билдәләнде. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың туристик тармағы - 3,7 миллиард һум, шул иҫәптән 1,4 миллиард һум федераль аҡса алыуын хәбәр итте. Дәүләт ярҙамы күрһәтелгән иң күп проекттар Өфөлә, Белорет, Нуриман, Бөрйән, Баймаҡ, Ҡариҙел һәм Әбйәлил райондарында бойомға ашырылған. – Туризм инфраструктураһын үҫтереүгә үҙ аҡсаһын ҡунаҡханалар, тау саңғыһы трассалары төҙөүгә, турлокациялар әҙерләүгә һалған эшҡыуарҙар үҙҙәре ныҡ йоғонто яһаны, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Зөһрә Гордиенко. - Әлбиттә, дәүләт ярҙамы туризм өлкәһендәге проекттарға этәргес бирә, уларҙың 60 проценты - яңы бизнес-башланғыстар. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса, глэмпингтар һаны 120-гә еткән, шул иҫәптән 101-е йыл әйләнәһенә эшләй, яңы ҡунаҡханалар асылған. Һөҙөмтәлә респу

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә 2024 йылда туризм инфраструктураһын үҫтереү йомғаҡтары тикшерелде һәм 2025 йылға бурыстар билдәләнде. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың туристик тармағы - 3,7 миллиард һум, шул иҫәптән 1,4 миллиард һум федераль аҡса алыуын хәбәр итте. Дәүләт ярҙамы күрһәтелгән иң күп проекттар Өфөлә, Белорет, Нуриман, Бөрйән, Баймаҡ, Ҡариҙел һәм Әбйәлил райондарында бойомға ашырылған. – Туризм инфраструктураһын үҫтереүгә үҙ аҡсаһын ҡунаҡханалар, тау саңғыһы трассалары төҙөүгә, турлокациялар әҙерләүгә һалған эшҡыуарҙар үҙҙәре ныҡ йоғонто яһаны, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Зөһрә Гордиенко. - Әлбиттә, дәүләт ярҙамы туризм өлкәһендәге проекттарға этәргес бирә, уларҙың 60 проценты - яңы бизнес-башланғыстар. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса, глэмпингтар һаны 120-гә еткән, шул иҫәптән 101-е йыл әйләнәһенә эшләй, яңы ҡунаҡханалар асылған. Һөҙөмтәлә республикала бүлмәләр фонды 800 берәмеккә артты. Бынан тыш, инвесторҙар тюбинг һәм тау саңғыһы трассаларын асты, арҡан парктарын, балалар комплекстарын, ҡышҡы һәм йәйге ял өсөн ҡорамалдарҙы прокатҡа алыу пункттарын төҙөнө, туристик маршруттар, электрон белешмәләр әҙерләне, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән туристар өсөн уңайлы мөхит булдырыу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырҙы, 12 муниципалитетта 28 пляж эшләне. Зөһрә Гордиенко 2025 йылда Башҡортостан туризмды үҫтереүгә 267,4 миллион һум күләмендә берҙәм субсидия алыуын билдәләне - был 2024 йылға ҡарағанда 100 миллион һумға күберәк. Милли проект сиктәрендә алынған федераль аҡса суммаһы буйынса республика Рәсәйҙең тәүге биш төбәге иҫәбенә инде. 2025 йылға пландар араһында – Евразия күсмә цивилизациялар музейы биләмәһенең туристик инфраструктураһын үҫтереү, “Башҡорт сплавы” программаһы концепцияһын әҙерләү, номер фондын арттырыу, Стәрлетамаҡтың туристик үҙәген үҫтереү. Башҡортостан Башлығы “Торатау” һәм “Янғантау” геопарктары инфраструктураһын үҫтереүгә етди иғтибар бүлергә ҡушты. – Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе ултырышында геопарктарҙы үҫтереү буйынса пландар билдәләнек, - тине Радий Хәбиров. - Улар буйынса беҙ һалған аҡса сиктәрендә барырға кәрәк. Геопарк биләмәләрен үҙләштерергә, йыл һайын инфраструктураны яҡшыртырға кәрәк. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.