Быйыл Башҡортостан йәмәғәтселеге дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағир Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл тулыуҙы билдәләй. Ҡыҫҡа, әммә сағыу ғүмер юлы үткән шағирҙың ижады тейешле кимәлдә өйрәнелгәнме? Ул әҫәрҙәрен ниндәй телдә яҙған? Шиғырҙары бөгөн ниндәй әһәмиәткә эйә? Өфөләге “Торатау” конгресс-холында уҙған “Шәйехзада Бабич феномены” тигән түңәрәк өҫтәлдә яҙыусылар, ғалимдар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошолар хаҡында фекер алышты. Ҡорҙо БР Милли әҙәбиәт музейы ойоштороп, директор вазифаһын үтәүсе ғалим Зәки Әлибаев алып барҙы. – Юбилей йылы ғинуарҙа Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы музейында асылды. Шағирҙың яҡты иҫтәлегенә арналған саралар йыл буйы уҙасаҡ, шул иҫәптән “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһе барышында Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаттары ҡорға йыйыласаҡ, – тине Зәки Арыҫлан улы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов билдәләүенсә, шағирҙың әҫәрҙәре башҡорт халҡын берләштереүе менән әһәмиәтле. – Шәйехзада Бабичтың иҫке башҡорт телендә яҙылған шиғырҙары әле лә төрлө ырыу башҡорттарын берләштерә. Төп бурысыбыҙ – Бабичтың эшмәкәрлегенең әһәмиәтен аңлатыу, ижадын таратыу. Бөйөк шәхестәребеҙ күп, барыһын да халыҡҡа танытырға тейешбеҙ, – тине Юлдаш Мөхәммәт улы. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина белдереүенсә, берлек тарафынан шағир рухына арналған йыйынтыҡ баҫмаға әҙерләнгән. Унда Ш. Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаттарының әҫәрҙәре тупланған. Тарих фәндәре кандидаты Азат Ярмуллин Шәйехзада Бабичтың “Башҡорт” гәзитендә донъя күргән шиғырҙарына байҡау яһаны. 1917 – 1918 йылдарҙа уның биттәрендә йәш шағирҙың тиҫтәләгән шиғыры баҫылған. “Башҡорт ерҙәре” тигән беренсе шиғыры аҫтына “Башҡорт балаһы” тип имза ҡуйған. Әҫәрҙәре, тотош гәзит кеүек, XIV – XX быуаттарҙа төрлө төрки халыҡтар ҡулланған иҫке әҙәби телдә донъя күргән, ә бына “Байрам” шиғыры башҡорт теленең көнсығыш диалектында баҫылған. Был гәзиттәге аҙаҡҡы шиғыры "Ғәскәр доғаһы" тип атала. "Ғәскәрҙәргә "Исми әғҙәм" урынына бетеү”, тип аңлатма биргән автор. – "Исми әғҙәм" – Аллаһтың 99 исеме яҙылған ҙур доға. Граждандар һуғышы киң ҡолас алған осорҙа үлем хәбәрҙәре килә башлай. Шағир булараҡ, Бабич нисек тә булһа халыҡҡа ярҙам итергә теләү ниәтенән ошо шиғырҙы ижад иткән. Үҙенең дә ғәскәргә ҡушылырға теләк белдереп ғариза яҙыуы билдәле, – тип күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерҙе Азат Ярмуллин. Шағирҙың ижадын ентекле өйрәнеүсе ғалим, филология фәндәре докторы Ғиниәтулла Ҡунафин уны “художестволы фекерләү донъяһындағы феноменаль күренеш” тип атаны. – Шәйехзада Бабич – ХХ быуат башында беренселәрҙән булып төрлө ижади йүнәлеште, художество алымдарын һәм жанрҙарҙы виртуоз рәүештә берләштереп, ижади фекер донъяһын тыуҙыра алған философ, социолог, эстет һәм педагог шағир. Ошо синкретизм әле лә шағирҙарыбыҙ ижадында уңышлы үҫтерелә, – тине профессор. С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова Ш. Бабичтың яңы табылған “Башҡорт халҡына” шиғыры тураһында һөйләне. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, шағирә Тамара Юлдашева хәҙерге шиғриәттә Бабич тематикаһына байҡау яһаны. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Таңсулпан Бабичева театр һәм кино сәнғәтендә шағир образы хаҡында фекер йөрөттө. Башҡа ғалимдар һәм шағирҙарҙың сығыштары ла мәғлүмәтле булды. Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Шайморатов ордены кавалеры, “Әсән” позывнойлы махсус хәрби операция яугире, Ш. Бабичтың ауылдашы Радик Динәхмәтов Шәйехзада Бабич шиғырын һөйләп яу яланынан видеояҙма ебәргән. Уны тамаша ҡылыу түңәрәк өҫтәлдең иң тулҡынландырғыс мәленә әүерелде. Фекер алышыуҙан күренеүенсә, Бабич феномены инде быуаттан ашыу ижадсыларҙы һәм ғалимдарҙы яңынан-яңы эҙләнеүҙәргә илһамдандыра. Спектаклдәр, фильмдар, китаптар һәм Башҡортостандың баш ҡалаһы үҙәгендәге һәйкәл аша шағир халҡына ҡабаттан ҡайтты. Артабан Шәйехзада Бабичтың әҫәрҙәрен тәржемәләү һәм халыҡ-ара кимәлгә сығарыу зарур, тигән һығымтаға килде ҡорға йыйылыусылар. Нурзиә ХӘСӘНОВА. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Быйыл Башҡортостан йәмәғәтселеге дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағир Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл тулыуҙы билдәләй.