Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәш ғалимдарға – яңы премия

Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Башлығының “Йәш йыл ғалимы” премияһын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта республика етәксеһе бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Йыл һайын һәр береһе 150 мең һум күләмендә етешәр премия тапшырыласаҡ. Был тәбиғәт, техник һәм гуманитар фәндәр өлкәһендә ғилми тикшеренеүҙәр һәм эштәр менән шөғөлләнгән йәш ғалимдарҙың ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереүгә, шулай уҡ фән һәм инновациялар өлкәһендә һөнәри мәшғүллектең абруйын нығытыуға булышлыҡ итәсәк. –Беҙ йәштәр өсөн яңы премия булдырабыҙ. Был республикабыҙҙа фәнде үҫтереүгә сираттағы өлөшөбөҙ, – тинеРадий Хәбиров. Документҡа ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәте указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә, “Йәш йыл ғалимы” премияһын тәғәйенләү һәм түләү тәртибе тураһында положениены раҫларға тейеш. Фото: "Башинформ".