Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Улар эш кешеләре өсөн кейем тегә

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы идара иткән “Алға” иҡтисади зонаһында урынлашҡан “Аркада” етештереү берекмәһе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йылдан-йыл ҡеүәтен арттыра. “Аркада” етештереү берекмәһе – заманса тегеү предприятиеһы, ул эшселәр өсөн кейем етештереүгә махсуслашҡан. Предприятие 800 хеҙмәт урынына иҫәпләнгән, проекттағы етештереү ҡеүәте йылына 500 мең дана әҙер продукциянан тора. Был проектҡа инвестиция күләме – 680 миллион һум. Фабрика 2021 йылдың 21 декабрендә сафҡа инде һәм Рәсәй тимер юлдары акционерҙар йәмғиәтенә, Башҡортостан сода компанияһына, РОССЕТИ, “Евросибэнерго” предприятиеларына тауар оҙата. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙың икенсе этабында “Аркада”ла сәнәғәт тармаҡтары өсөн бейәләй, бирсәткә һәм ҡулды һаҡлау буйынса башҡа индивидуаль саралар етештерәлә башланы, был төр тауарҙар йылына биш миллион пар эшләп сығарыла. Майҙаны 10 мең квадрат метр самаһы булған фабрика туҡыманы бесеү һәм тегеү буйынса иң яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған, был иһә бер т

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы идара иткән “Алға” иҡтисади зонаһында урынлашҡан “Аркада” етештереү берекмәһе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йылдан-йыл ҡеүәтен арттыра. “Аркада” етештереү берекмәһе – заманса тегеү предприятиеһы, ул эшселәр өсөн кейем етештереүгә махсуслашҡан. Предприятие 800 хеҙмәт урынына иҫәпләнгән, проекттағы етештереү ҡеүәте йылына 500 мең дана әҙер продукциянан тора. Был проектҡа инвестиция күләме – 680 миллион һум. Фабрика 2021 йылдың 21 декабрендә сафҡа инде һәм Рәсәй тимер юлдары акционерҙар йәмғиәтенә, Башҡортостан сода компанияһына, РОССЕТИ, “Евросибэнерго” предприятиеларына тауар оҙата. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙың икенсе этабында “Аркада”ла сәнәғәт тармаҡтары өсөн бейәләй, бирсәткә һәм ҡулды һаҡлау буйынса башҡа индивидуаль саралар етештерәлә башланы, был төр тауарҙар йылына биш миллион пар эшләп сығарыла. Майҙаны 10 мең квадрат метр самаһы булған фабрика туҡыманы бесеү һәм тегеү буйынса иң яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған, был иһә бер тауарҙан икенсеһенә тиҙ генә күсеү мөмкинлеген бирә. Ассортимент меңдән ашыу әйберҙе үҙ эсенә ала. Продукцияның төп ҡулланыусылары – металлургия, машиналар эшләү, нефть һәм газ комплексы, энергетика, тау сәнәғәте тармаҡтары. Фото: социаль селтәрҙән.