Һеҙҙең балаһын юғалтҡан ҡатындарҙы күргәнегеҙ бармы? Уларҙың күҙҙәренән бер ҡасан да һағыш китмәй кеүек. Йылмайһалар, көлһәләр ҙә, һағыш гел бар... Лилиә сабыйын 2019 йылда юғалта. Бер йәше лә тулмаған ҡыҙының температураһы күтәрелә. Табип саҡыртып, ул ҡушҡанса дауалана башлайҙар. Тик икенсе көн дә юғары температураһы төшмәгәс, “Ашығыс ярҙам” саҡыртып дауаханаға китәләр. Был хәл республика ҡалаларының береһендә була. Дауаханала нимә генә эшләһәләр ҙә, температураны төшөрә алмайҙар. Бәләкәй Сабинаның хәле ауырлаша. Ата-әсә уны баш ҡалаға күсертеүҙе үтенһә лә, был эшләнмәй. Һөҙөмтә ҡот осҡос: бала һәләк була. "Беҙҙе реанимацияға индермәнеләр. Ә бер ни тиклем ваҡыт үткәс, табип та түгел, ә шәфҡәт туташы сығып ҡоро ғына “балағыҙ үлде” тине. Беҙҙең мейегә был һүҙҙәр шунда уҡ барып етмәне. Шаңҡып тик ултырҙыҡ. Аҙаҡ төрлө процедуралар үтәлде, кәүҙәне бирҙеләр, ҡыҙыбыҙҙы ерләнек... Мин быларҙың береһен дә хәтерләмәйем тиерлек, барыһы ла томан эсендә кеүек", - ти Лилиә. Ҡатын был турала әле һам