Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Милли проекттарҙың файҙаһы тос

Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә барған Хөкүмәт ултырышында Башҡортостанда “тәүге дәүер” милли проекттарының тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре ҡаралды. 2019-2024 йылдарҙа бюджет аҡсаларының дөйөм күләме 214 миллиард һумдан артып киткән, уның 143 миллиарды федераль ҡаҙнанан йәлеп ителгән. Федераль аҡсалар айырыуса күп йәлеп ителгән тармаҡтар инфраструктура һәм социаль йүнәлешле милли проекттар. Улар – “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” (национальный проект “Безопасные качественные дороги”), “Демография” (национальый проект “Демография”), “Һаулыҡ һаҡлау” (национальный проект “Здравохранение”), “Мәғариф” ( национальный проект “Образование”). Андрей Назаров республиканың 14 милли проект составында 49 төбәк проектында ҡатнашыуын белдерҙе . Төбәктең социаль-иҡтисади үҫешендә улар төрлө мәсьәләләрҙе хәл иткән. Алты йыл эсендә финанслауҙың дөйөм күләме 214 миллиард һумдан артып киткән. Алты йылда 806 йәмәғәт киңлектәре төҙөклә

Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә барған Хөкүмәт ултырышында Башҡортостанда “тәүге дәүер” милли проекттарының тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре ҡаралды. 2019-2024 йылдарҙа бюджет аҡсаларының дөйөм күләме 214 миллиард һумдан артып киткән, уның 143 миллиарды федераль ҡаҙнанан йәлеп ителгән. Федераль аҡсалар айырыуса күп йәлеп ителгән тармаҡтар инфраструктура һәм социаль йүнәлешле милли проекттар. Улар – “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” (национальный проект “Безопасные качественные дороги”), “Демография” (национальый проект “Демография”), “Һаулыҡ һаҡлау” (национальный проект “Здравохранение”), “Мәғариф” ( национальный проект “Образование”). Андрей Назаров республиканың 14 милли проект составында 49 төбәк проектында ҡатнашыуын белдерҙе . Төбәктең социаль-иҡтисади үҫешендә улар төрлө мәсьәләләрҙе хәл иткән. Алты йыл эсендә финанслауҙың дөйөм күләме 214 миллиард һумдан артып киткән. Алты йылда 806 йәмәғәт киңлектәре төҙөкләндерелгән, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе 27 проект тормошҡа ашырылған. Төбәктең һәм урындағы юл селтәре үҫеше буйынса етди эш башҡарылған. Яңы юлдар, күперҙәр төҙөлгән, элеккеләре төҙөкләндерелгән. Андрей Назаров ултырышты йомғаҡлап 2019-2024 йылдарҙа тормошҡа ашырылған 48 төбәк проектын тормошҡа ашырыу барышы тураһында отчеттарҙы хупларға тәҡдим итте. “Тәүге дәүер” милли һәм төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу уңышлы тамамланыуын билдәләне. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путин ҡарары менән башҡарыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.