Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы ойошторған күргәҙмәлә яҙыусының шәхси әйберҙәре, төрлө йылдарҙа сыҡҡан китаптары, уның тормошон һәм ижадын сағылдырған стенд урын алды.Күргәҙмәне асыу тантанаһында яҙыусылар, ғалимдар, журналистар, студенттар һәм яҙыусының ейәнсәре менән бүләсәре ҡатнашты. Милли әҙәбиәт музейы директоры вазифаһын башҡарыусы Зәки Әлибаев яҙыусының ижадына ҡыҫҡаса байҡау яһаны.— Яныбай Хамматов тәүге әҫәрҙәрен халыҡҡа сығармай, йәғни бер ҡайҙа ла баҫтырмай. Тәүге китабы баҫылып сыҡҡас, ул әҙәбиәткә әҙерлекле яҙыусы булып килеп инә. Буласаҡ әҫәрҙәрен ул күңел дәфтәренә яҙып барған. Эске эштәр органдарында эшләп, тормош уртаһына еткәс кенә ҡәләмгә тотонһа ла, беҙҙең әҙәбиәттә унан да егәрле, теманы шул тиклем еренә еткереп өйрәнеүсе яҙыусы юҡтыр. "Бөртөкләп йыйыла алтын" – уның ижадының йөҙөн билдәләүсе пенталогия. Унда һүрәтләнгән ваҡиғалар яҙыусы күңелендә бала саҡтан уйылып барған, – тине Зәки Арыҫлан улы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флүр Ғәлимов ҡасандыр Яныбай Х
Дүрт йәшендә етем ҡалғанға ла әйбер ҡәҙерен белгән ул
14 февраля 202514 фев 2025
2 мин