Найти в Дзене

Эшҡыуарҙар өсөн файҙалы булды

12 февралдә Башҡортостан Республикаһының Борай районы буйынса Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә үҙ эшеңде асыу мәсьәләләре буйынса Берҙәм консультациялар көнө үтте. Сараны “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) маҡсаттарына һәм бурыстарына ярашлы ойошторҙолар. Граждандарҙы Борай районы хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Марат Ахунов, хакимиәттең иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ бүлегенең әйҙәүсе белгесе Илнур Вафин, Ҡариҙел ауылындағы “Минең бизнесым” үҙәге һәм Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Борай районы буйынса территориаль бүлеге етәкселәре ҡабул итте. Консультация һорап белгестәргә ғәмәлдәге эшҡыуарҙар ҙа, үҙ эшен башларға уйлаусылар ҙа мөрәжәғәт итте. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар бәләкәй һәм урта бизнес үҫешенә булышлыҡ итеү механизмдары һәм дәүләт программалары, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуға бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамы алыу мөмкинлектәре, үҙ эшеңде асыу өсөн социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы тураһында белде. Фото: Борай районы хакимиәте.