Башҡортостан табиптарының 70 процентлы уксус эскән йәш ярымлыҡ баланы үлемдән ҡотҡарып ҡалыуы үҙе мөғжизә! Республика балалар клиник дауаханаһының 1-се хирургия бүлексәһе мөдире, штаттан тыш баш балалар белгесе Булат Әсфәндиәров баланы ҡотҡарыу ваҡиғаһы тураһында һөйләне. Бәхетһеҙлек осрағы Мишкә районында була. Ғаилә байрамы ваҡытында йәш ярымлыҡ сабый өлкән балалар ҡарамағында ҡала. Балаларҙы бер үҙе тәрбиәләп үҫтергән әсә был мәлдә башҡа мәшәҡәттәр менән мәж килә. Малай кухняла уксуслы шешәне табып ала ла асып эсә, бите, ауыҙ ҡыуышлығы, тамағы, ашҡаҙан юлы етди химик бешеү ала. Баланы район дауаханаһына килтерәләр, был саҡта сабый бик ауыр хәлдә була. Табиптар шунда уҡ баланы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтыралар. Ошо уҡ аппратта уны Өфөгә килтерәләр. Санавиация был юлы ла үҙен аҡланы. Республика балалар клиник дауаханаһы табиптары заманса дауалау ысулдары ярҙамында сабыйҙың ғүмере өсөн көрәш башлай. Тәүге сәғәттәрҙә уны ауыр хәлдән сығарыу бурысы тора. Ағзалары бешеүҙән т