Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йәш таланттарға - ижади конкурс

Конкурстың төп ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының “Әсә йөрәге” йәмәғәт ойошмаһы. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Өфө ҡалаһының Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм йәштәр өсөн реабилитация үҙәге, В.М. Комаров исемендәге Балалар ижады һарайы ла әүҙем ҡатнаша. Сарала ҡатнашырға: – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән; – етем; – ата-әсә ҡарауынан яҙған; – кемдеңдер ҡурсыуында булған (опека) балалар; – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары; – биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләнгән ғаилә ағзалары саҡырыла. Бында – 5-18 йәшлектәр, ә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында 21 йәшкә тиклемгеләр ижади һәләтен һынап ҡарай ала. Конкурса туғыҙ номинация бар: – вокал; – музыка-башҡарыу сәнғәте; – бейеү сәнғәте; – ым-ишара менән йырлау; – оригиналь жанр (улар иҫәбендә – цирк номерҙары һәм башҡалар); – художестволы һәм автор уҡыуы; – өлкән кеше менән бала; – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн кейем дизайны һәм уны тегеү; – мәғариф һәм фән. Конкурстың

Конкурстың төп ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының “Әсә йөрәге” йәмәғәт ойошмаһы. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Өфө ҡалаһының Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм йәштәр өсөн реабилитация үҙәге, В.М. Комаров исемендәге Балалар ижады һарайы ла әүҙем ҡатнаша. Сарала ҡатнашырға: – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән; – етем; – ата-әсә ҡарауынан яҙған; – кемдеңдер ҡурсыуында булған (опека) балалар; – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары; – биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләнгән ғаилә ағзалары саҡырыла. Бында – 5-18 йәшлектәр, ә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында 21 йәшкә тиклемгеләр ижади һәләтен һынап ҡарай ала. Конкурса туғыҙ номинация бар: – вокал; – музыка-башҡарыу сәнғәте; – бейеү сәнғәте; – ым-ишара менән йырлау; – оригиналь жанр (улар иҫәбендә – цирк номерҙары һәм башҡалар); – художестволы һәм автор уҡыуы; – өлкән кеше менән бала; – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн кейем дизайны һәм уны тегеү; – мәғариф һәм фән. Конкурстың төп өлөшө – май айында, ә гала-концерт июндә ойошторола. Ғаризалар 10 мартҡа хәтлем ҡабул ителә. Конкурс тураһында ентеклерәк белергә, ғаризалар тултырыуға һылтанмаларҙы конкурстың “Бәйләнештә”ге төркөмөндә: https://vk.com/sozv_talantov ҡарарға мөмкин! Мәғлүмәт, фото: vk.com/sozv_talantov