Найти в Дзене

Маҡсат – педагогик мөхиттә заманса юлдар эҙләү

“Заман талаптары шарттарында фән һәм мәғарифтың көнүҙәк проблемалары” тип аталған сарала Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы, юғары уҡыу йорттары етәкселәре, Рәсәй менән Ҡырғыҙстандың ғилми йәмәғәтселеге вәкилдәре ҡатнашты. Резолюцияла әйтелеүенсә, конференцияның маҡсаты – ике илдең глобаль талаптар шарттарындағы социаль-иҡтисади үҫеше һәм хеҙмәттәшлегенән сығып, һөнәри педагогик мөхиттә йоғонтоло проекттар эҙләү, фән һәм мәғарифты үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышыу. Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, социаль-мәҙәни күсәгилешлелек кимәлен һаҡлап ҡалырға һәм Рәсәй мәғарифының иң яҡшы ғәмәлдәрен асыҡларға һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлектә таратырға кәрәк. Конференция тамамланғас, унда ҡатнашҡан ректорҙар журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. “Конференцияла рус теле мәсьәләһе ҡуҙғатылдымы? Ғөмүмән, Ҡырғыҙстанда рус теле яҡлауға мохтажмы?” – был һорауға К. Тыныстанов исемендәге Ысыҡкүл дәүләт университеты ректоры Асҡарбәк Иманбаев былай тип яуап бирҙе: “Рәсәй граждандарына шуны ә

“Заман талаптары шарттарында фән һәм мәғарифтың көнүҙәк проблемалары” тип аталған сарала Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы, юғары уҡыу йорттары етәкселәре, Рәсәй менән Ҡырғыҙстандың ғилми йәмәғәтселеге вәкилдәре ҡатнашты. Резолюцияла әйтелеүенсә, конференцияның маҡсаты – ике илдең глобаль талаптар шарттарындағы социаль-иҡтисади үҫеше һәм хеҙмәттәшлегенән сығып, һөнәри педагогик мөхиттә йоғонтоло проекттар эҙләү, фән һәм мәғарифты үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышыу. Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, социаль-мәҙәни күсәгилешлелек кимәлен һаҡлап ҡалырға һәм Рәсәй мәғарифының иң яҡшы ғәмәлдәрен асыҡларға һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлектә таратырға кәрәк. Конференция тамамланғас, унда ҡатнашҡан ректорҙар журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. “Конференцияла рус теле мәсьәләһе ҡуҙғатылдымы? Ғөмүмән, Ҡырғыҙстанда рус теле яҡлауға мохтажмы?” – был һорауға К. Тыныстанов исемендәге Ысыҡкүл дәүләт университеты ректоры Асҡарбәк Иманбаев былай тип яуап бирҙе: “Рәсәй граждандарына шуны әйткем килә: Ҡырғыҙстан – элекке совет республикалары араһында рус теленең рәсми статусын конституцион ҡануниәттә нығытҡан берҙән-бер дәүләт. Һуңғы осорҙа беҙ рус телен белгән һәм ҡулланған кешеләргә мохтажлыҡ кисерәбеҙ. Мин үҙем, мәҫәлән, Ысыҡкүл өлкәһенең Ҡараҡол ҡалаһында тыуып үҫтем һәм ҡалала 16 мәктәп булһа, шуның 15-ендә уҡытыу рус телендә алып барыла. Бынан дүрт йыл элек Өфөлә бер ҡырғыҙ студенты ла юҡ ине, Рәсәйҙең Мәғариф министрлығының һәм Башҡортостан дәүләт педагогия университетының ярҙамы менән хәҙер был юғары уҡыу йортонда Ҡырғыҙстандан дәүләт бюджеты нигеҙендә 270 студент белем ала”. Автор фотоһы.