Мәскәүҙә ТАСС матбуғат үҙәгендә 2024-2025 йылдарҙағы "Халҡыңа хеҙмәт итеү" муниципаль премияһының ғариза кампанияһына йомғаҡ яһалды. Бөтәһе 41 313 ғариза килгән, был былтыр бирелгән ғаризалар һанынан ике тапҡырға күберәк (18 891 ғариза). Премияның ғариза кампанияһында бөтә федераль округтар ҡатнаша. Ғаризалар һаны буйынса беренсе урында – Үҙәк федераль округ (9 617), икенсе урында – Волга буйы федераль округы (8 688) һәм топ-3 исемлеген Себер федераль округы (4 895) яба. Башҡортостандан конкурсҡа бөтә 63 муниципалитеттан 890 ғариза килгән - был Волга буйы федераль округында - 2-се, Рәсәйҙә 6-сы урын. Былтыр еңеүселәр иҫәбенә Салауат районының Миәшәгәр ауыл биләмәһе башлығы Илнара Сафина ингәйне. Награданы уға шәхсән Рәсәй Президенты тапшырҙы. Рәсәй Президентының эске сәйәсәт буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Евгений Грачев билдәләүенсә, премияла 10 номинация әҙерләнгән: уларҙың бер өлөшө былтыр тәҡдим ителгән, бер өлөшө тәүге тапҡыр индерелгән. Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтер