Башҡортостан халҡы Магнитогорск-Өфө ҡала яны поездарының хәрәкәт графигын һайлау буйынса һорауҙарға яуап биреүҙә ҡатнаша. “Башкортостанская” ҡала яны пассажирҙар компанияһы ҡала яны поездар хәрәкәтен ойоштороу мөмкинлеген ҡарай. Фекерҙәрҙе 12 мартҡа тиклем бирергә мөмкин: https://clck.ru/3GJuEN Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Хөкүмәте һәм республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы төбәктә йәшәүселәр өсөн транспорт уңайлығын яҡшыртыу буйынса саралар комплексын тормошҡа ашыра. Ул “Финист” серияһынан заманса электропоездар файҙаланып, ҡала яны тимер юлы каркасын формалаштыра. Мәҫәлән, былтыр 10 августа Өфө-Белорет маршруты буйынса тәүге ЭС 104 “Финист” составы йөрөй башланы. Башҡортостан биләмәһендә маршрут селтәрен артабан үҫтереү буйынса әҙерлек эштәре дауам итә. Шул иҫәптән Өфө-Магнитогорск-Өфө участкаһында ашығыс ҡала яны поездарын ойоштороу мөмкинлеге ҡарала. Йәмәғәт фекерен туплау ҡала яны поездары расписаниеһын булдырырға, Өфө һәм Магнитогорск ҡала халҡының мәнфәғәтен