Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

«Бүре» ялға ҡайтҡан

Сибайҙан махсус хәрби операция яугире ҡыҫҡа ваҡытлы ялында элекке коллегалары менән осрашты. «Бүре» позывнойлы хәрби үҙе эшләп киткән Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында булды, тип хәбәр итә Сибай ҡала хакимиәте. «Бүре» фронттағы яуҙаштарынан һәм яҡташтарынан алғы һыҙыҡҡа ебәрелгән гуманитар ярҙам өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Был яугирҙәр өсөн бик мөһим һәм уларға үҙ бурысын үтәргә ярҙам итә, тип билдәләне ул. Сибай уҙаманы өлөшләтә мобилизация буйынса МХО-ға алынған. Алғы һыҙыҡта «Бүре» һөнәри эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, яралыларға тәүге табип ярҙамын күрһәтә. Махсус хәрби операция тамамланғас, «Бүре» Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында үҙ эшен дауам итергә ниәтләй. Тиҙерәк донъя тынысланһын, яугирҙәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын! Фото: Сибай ҡала хакимиәте сайтынан.