Биш бала үҫкән ғаиләгә аяҡ баҫыр алдынан ундағы шау-гөр килеп торған мөхитте, кескәйҙәрҙең күңелле тауыштарын, кемуҙарҙан йүгерешеүен күҙ алдына килтереп, үҙебеҙҙең бала саҡ хәтирәләрен иҫкә төшөрәбеҙ, тиҙерәк осрашыу мәлен яҡынайтҡыбыҙ килә. Бөгөн беҙҙе Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәгән Тазетдиновтарҙың берҙәм, татыу ғаиләһе менән осрашыу көтә. Йорт хужабикәһе Лилиә Фәнит ҡыҙының былтыр республикабыҙҙың дәүләт наградаһы - “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнеүен беләбеҙ. Был юғары награда балаларын тәрбиәләүгә яуаплы ҡараған, сәләмәт тормош алып барған, ҡыҙ һәм улдарының сәләмәтлектәрен хәстәрләгән, белемле булыуы, физик, рухи һәм әхләҡи яҡтанүҫешеүе өсөн тырышлыҡ һалған, ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙә өлгө күрһәткән әсәләргә тапшырыла. Тик күҙ алдында килтереп күрергә өмөтләнгән күренеш менән осрашырға тура килмәне, беҙҙе ғаилә хужалары менән бергә бары өс йәшлек Мәликә генә ҡаршы алды, спортсы ағалары волейболда икән. Лилиә Стәрлетамаҡ ҡалаһында теш техниктары һәм фа