Бөгөн улар күренекле йәмәғәт эшмәкәре, педагог-ғалим, БАССР-ҙың тәүге мәғариф министры, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы комиссары Сәғит Рәхмәт улы Әлибаевты хәтерләү кисәһен уҙғарҙы. “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабында еңгән яманһарылар сараға бик ентекле әҙерләнгән. Ырымбур өлкәһе, Өфө ҡалаһы, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура, Федоровка райондарынан килгән ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, милли кейемдә 112-се Башҡорт кавалерия дивизия яугирҙәре образында һыбайлылар, икмәк-тоҙ менән хөрмәтләп ауыл ағинәйҙәре ҡаршы алды. Шәхесте хөрмәтләп таҡтаташ алдына сәскәләр һалғандан һуң, сара мәҙәниәт һарайында дауам итте. Бер йылдан ашыу махсус хәрби операция биләмәһендә булып яуҙан ҡайтҡан район хакимиәте башлығы Юлай Талха улы, Бахмут ауыл биләмәһе башлығы Нурия Шәрипованың сәләмләүе, йыраҡ юлды яҡын итеп килгән Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһариндың ырыу тарихы тураһындағы сығышы, уҡыусыларҙың, Көйөргәҙе һәм Ырым