Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Аҡса күберәк инһен тиһәгеҙ...

Аҡсаға ҡағылышлы төрлө юрау, ышаныуҙар бик күп. Дөрөҫмө, түгелме, берәүҙәр уны үтәй, икенселәрҙең иҫе лә китмәй. Бер апайҙың һөйләгәндәре әле лә хәтерҙә. -Танышым ныҡ итеп һорағас, уға ҙур ғына күләмдә аҡса биреп торҙом. Тейешле ваҡытҡа ул артығы менән ҡайтарып бирҙе. Ләкин шул аҡсам файҙаға яраманы. Күп тә үтмәне, уйламаған ерҙә өйҙөң ҡыйығын дауыл йолҡоп алып ташлап, көтөлмәгән мәшәҡәттәр килеп сыҡты. Шуға хәҙер аҡсам булһа ла, процентҡа биргәнем юҡ, - тип һөйләне. Аҡсаға ҡағылышлы юрауҙар күп. “Өйҙә һыҙғырмағыҙ”, “Кисен аҡса бирмәгеҙ ҙә, алмағыҙ ҙа”, “Унитаздың ҡапҡасын ябып ҡуйығыҙ, өйөгөҙҙә крандарығыҙҙан һыу тамып тормаһын”, “Тупһала торһаң, аҡсаң булмай”, “Ҡояш батҡас, иҙән һепермә, аҡсаң булмай”, “Аҡсағыҙҙы өҫтәл япмаһы аҫтына һалығыҙ”, ”Аҡса гөлө үҫтерегеҙ” һәм башҡа бик күп һынамыштар. Халыҡта йәшәгән ошондай юрауҙарға һеҙ ышанаһығыҙмы? Тағы ла ниндәй һынамыштар беләһегеҙ? Автор фотоһы.