Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Үлгән һаналып, дүрт көн емереклектәр аҫтында ятҡан яугир селтәр үрергә килде

Ҡаһарманлыҡ һәм Шайморатов ордендары кавалеры Павел Самойлинды күптәр белә. Рус милләтенән булһа ла, үҙенә башҡортсалап "Ҡайтыр" тигән позывной алған яугир ул. Әле "Ҡайтыр" көҙ көнө махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә ҡаты яраланып, дүрт көн емереклектәр аҫтында эвакуация көтөп ятҡандан һәм беҙҙең егеттәр тарафынан ҡотҡарылғандан һуң дауалана, оҙайлы реабилитация үтә. Уны хатта юғалтып, һәләк булғанға ла һанағайнылар. Ошо көндәрҙә яугир Өфөләге "Масксети Щит" ирекмәнлек ойошмаһының "Матбуғат йорто" цехына осрашыуға килде. Яугир МХО биләмәһендәге хәлдәр тураһында һөйләне, ә ирекмәндәр баян тауышы аҫтында патриотик йырҙар башҡара-башҡара маскировка селтәрҙәре үрҙе. Павел Анатольевич "фронтты ошондай селтәрҙәр менән тик һеҙ генә, ябай халыҡ, тәьмин итәһегеҙ" тине һәм бының өсөн ҙур рәхмәтен белдерҙе. Һуңынан үҙе лә биҙәктәр үреп ҡараны. Павел Самойлин - биш бала атаһы ла. Тап уларҙың яҡты киләсәге өсөн үҙенең журналист эшен ҡалдырып, махсус хәрби операцияға киткәйне.

Ҡаһарманлыҡ һәм Шайморатов ордендары кавалеры Павел Самойлинды күптәр белә. Рус милләтенән булһа ла, үҙенә башҡортсалап "Ҡайтыр" тигән позывной алған яугир ул. Әле "Ҡайтыр" көҙ көнө махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә ҡаты яраланып, дүрт көн емереклектәр аҫтында эвакуация көтөп ятҡандан һәм беҙҙең егеттәр тарафынан ҡотҡарылғандан һуң дауалана, оҙайлы реабилитация үтә. Уны хатта юғалтып, һәләк булғанға ла һанағайнылар. Ошо көндәрҙә яугир Өфөләге "Масксети Щит" ирекмәнлек ойошмаһының "Матбуғат йорто" цехына осрашыуға килде. Яугир МХО биләмәһендәге хәлдәр тураһында һөйләне, ә ирекмәндәр баян тауышы аҫтында патриотик йырҙар башҡара-башҡара маскировка селтәрҙәре үрҙе. Павел Анатольевич "фронтты ошондай селтәрҙәр менән тик һеҙ генә, ябай халыҡ, тәьмин итәһегеҙ" тине һәм бының өсөн ҙур рәхмәтен белдерҙе. Һуңынан үҙе лә биҙәктәр үреп ҡараны. Павел Самойлин - биш бала атаһы ла. Тап уларҙың яҡты киләсәге өсөн үҙенең журналист эшен ҡалдырып, махсус хәрби операцияға киткәйне. Әле уға цех ирекмәндәре үрелгән маскировка селтәрҙәрен тапшырҙы. Әйткәндәй, ул көндө беҙ цехта 1179-1183-сө селтәрҙәрҙе үрҙек. Тағы биш селтәр яҡташтарыбыҙҙы дрондан һаҡлаясаҡ. Фото: "ДП" цехынан.