Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Аҫыл егеттәрҙең береһе ул Миҙхәт Аҫылбаев

Ошо көндәрҙә беҙҙең "Бәйләнештә"ге гәзит төркөмөндә "Беҙ – ил һаҡсыһы!" конкурсы бара. Уның бер ҡатнашыусыһы – Ейәнсура районындағы Ейәнсура тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү музейы директоры Миҙхәт Аҫылбаев 1979-1981 йылдарҙа Совет Армияһының инженер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Венгрияға эләгеүен ҙур шатлыҡҡа тиңләй. – Әрме хеҙмәте тормошомда айырым урынды биләй, уны онотоу мөмкин түгел, – тип һөйләй Миҙхәт Хаммат улы. – Илде һаҡларға ныҡ теләп барҙыҡ, әрменән ҡасып ҡалыу, ниндәй ҙә хәйләгә барыу уйыбыҙҙа ла булманы. Сығышы менән Ейәнсура районының Әлебай ауылынан булған Миҙхәт Аҫылбаев белдереүенсә, малайҙарҙы бәләкәйҙән – балалар баҡсаһынан уҡ Ватан һаҡсыһы итеп әҙерләргә кәрәк. Унан инде мәктәптә был тәңгәлдә әҙерлек ифрат шәп алып барылырға тейеш. Шул саҡта ғына илебеҙгә бер ниндәй ҙә дошмандан хәүеф янамаҫ. Миҙхәт Аҫылбаев Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетын (хәҙер – Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факу

Ошо көндәрҙә беҙҙең "Бәйләнештә"ге гәзит төркөмөндә "Беҙ – ил һаҡсыһы!" конкурсы бара. Уның бер ҡатнашыусыһы – Ейәнсура районындағы Ейәнсура тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү музейы директоры Миҙхәт Аҫылбаев 1979-1981 йылдарҙа Совет Армияһының инженер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Венгрияға эләгеүен ҙур шатлыҡҡа тиңләй. – Әрме хеҙмәте тормошомда айырым урынды биләй, уны онотоу мөмкин түгел, – тип һөйләй Миҙхәт Хаммат улы. – Илде һаҡларға ныҡ теләп барҙыҡ, әрменән ҡасып ҡалыу, ниндәй ҙә хәйләгә барыу уйыбыҙҙа ла булманы. Сығышы менән Ейәнсура районының Әлебай ауылынан булған Миҙхәт Аҫылбаев белдереүенсә, малайҙарҙы бәләкәйҙән – балалар баҡсаһынан уҡ Ватан һаҡсыһы итеп әҙерләргә кәрәк. Унан инде мәктәптә был тәңгәлдә әҙерлек ифрат шәп алып барылырға тейеш. Шул саҡта ғына илебеҙгә бер ниндәй ҙә дошмандан хәүеф янамаҫ. Миҙхәт Аҫылбаев Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетын (хәҙер – Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты) тамамлағас, тыуған мәктәбендә башта – уҡытыусы, унан инде мәктәп директоры булып эшләй. Шул ваҡытта үҫмерҙәрҙе төрлө алымдар ярҙамында сыныҡтырып, әрме хеҙмәтенә әҙерләгән дә инде. Фото: Гөлсөм Аҫылбаева.