Бынан бер нисә йыл элек банктан 25 миллион һум аҡса урлап бар донъяға танылған Луиза Хәйруллина тарихын онотманығыҙмы әле? Ире Марат менән ҙур суммала аҡса урлауҙа ғәйепләнгән инеләр. Был хәл 2019 йылда булды, әле Луиза ике балаһы менән йәшәй, ул былтыр иреккә сыҡҡан. "Уфа1” баҫмаһы хәбәр итеүенсә,ҡатынын енәйәткә этәргән ире Марат Хәйруллин Өфөлә ултыра. 2022 йылдың ноябрендә хөкөм ителеүсе судтан уны мәжбүри эшләргә ебәреүҙәрен һораған һәм хуплау тапҡан. Уны Новоженов урамында урынлашҡан "ИК-9" төҙәтеү үҙәгенә билдәләгәндәр. Үҙәк үҙе Бөрө ҡалаһында урынлашҡан: унда хөкөм ителеүселәр йәшәй, эшкә йөрөй, әммә күҙәтеү аҫтында ҡала. Бында Марат Хәйруллин өс йыл һәм 15 көн булырға тейеш була. 2024 йылдың ғинуарында төҙәтеү үҙәге судтан хөкөм ителеүсене кире колонияға ебәреүҙәрен һораған. Сәбәбе: ул эшкә киткән, әммә ҡайтмаған. Уны нисек табыуҙары хәбәр ителмәй һәм 30 тәүлеккә ябыуҙары билдәле. Һөҙөмтәлә Марат Хәйруллинды кире колонияға япҡандар, ул иреккә 2026 йылдың ғинуарында сығасаҡ. Әм