Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан” милли паркында “Экологик именлек” милли проектына (национальный проект “Экологическое благополучие”) ярҙам итеү маҡсатында асыҡ һыу ятҡылыҡтарында ҡышлаусы һыу ҡоштарының иҫәбен алдылар. Ҡанатлыларҙы Ағиҙел һәм Нөгөш йылғаларында иҫәпләнеләр, былар Нөгөш һәм Йомағужа һыуһаҡлағыстары быуаларынан түбәнерәк һыу ағыҙыу урындары. Быйыл Бөрйән районындағы Ырғыҙлы йылғаһы ла боҙ менән ҡапланманы. Унда 27 һуна өйрәк һәм өс һыу турғайын осратҡандар. Нөгөш йылғаһының үрге ағымында бәләкәй йылғалар – Савка, Күперле, Вадраш ҡойолған урындарҙа һәм шишмәләр сыҡҡан ерҙә асыҡ урындар барлыҡҡа килгән, шуға күрә унда һыу турғайы гел аҙыҡ эҙләй. Быйыл 10 баш ҡошто күргәндәр. Дөйөм алғанда, 22 баш өйрәк, 167 һуна өйрәк, 110 ала сумғалаҡ, ете аҡ ҡойроҡ бөркөтө, 14 һыу турғайы һәм бер ыҫылдаҡ аҡҡош иҫәпкә алынған, тип хәбәр иттеләр “Башҡортостан” милли паркынан. “Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй һәм уны халыҡ өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бе