“Беҙ алдандыҡ”, - бөгөн айыҡ аҡыл менән фекер йөрөтөп, ошондай һығымтаға килә бер йыл элек Баймаҡтағы сыуалыштарҙа ҡатнашыуҙары өсөн ҡулға алынған ир-егеттәр. Уларҙың туғандары был хаҡта һөйләй: һирәк кенә бәйләнешкә сыҡҡандарында, яҙған хаттарында үкенестәрен белдереп, ғәзиздәре ошо турала әйтә. Күптән түгел БСТ телеканалы менән берлектә ВәлитовTV төшөргән фильмда күрһәтелгән ҡулға алынғандар һәм уларҙың яҡын туғандары ла алдыҡ менән ошо аяныс хәлгә ҡалыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алып әйтте. Шуны билдәләргә кәрәк: тәүҙә уларҙы күҙ йәштәрен түгеп, Баймаҡ суды алдына сығырға саҡырған әҙәмдәр төп башына ултыртһа, аҙаҡ намыҫһыҙ адвокаттар аҡсаға алдай. Адвокаттарҙың “һәр ҡыбырлағаны” өсөн түләп торорға мәжбүр булғандар кәмендә 500-600 мең һумлыҡ сығымдарға батҡан. Ә митингыға саҡырған төп провокаторҙарҙан бер ниндәй ҙә ярҙам булмаған: Алтынай Вәлитов, Фәнзил Әхмәтшин, Руслан Ғәббәсов*, “Пруфы"ны нәшер итеүсе Рәүфә Рәхимова ауыҙҙарына һыу уртлаған. Сит илгә сығып киткәндәре бындағы ир-егеттәрҙең яҙмышы өсөн борсолоп та тормай инде, үҙҙәренең матур тормоштарын ҡора. Ә шул уҡ ваҡытта бында ҡулға алынған бер атай кеше: - Интернеттан берәү яҙҙырылған тауыш (“голосовой”) ебәргәйне, кем ебәргәнен дә белмәйем хатта. Алдап саҡырған инде, шуның арҡаһында барып эләктем. “Кемдәрҙең ҡуртымда ерҙәре бар, шуларға килергә. Ерҙәрҙе эшкәртеүгә бирмәҫ өсөн”, - тигән мәғлүмәт бар ине. Шуға барҙым. Үкенәм, өйҙә шул тиклем күп эштәр ҡалды, улыма өй һалып ята инем – төҙөлөп бөтмәй ултыра, - тип үртәләнә. Икенсеһе өйҙә дүрт балаһы менән ҡалған ҡатынын йәлләп, тыныслыҡ тапмай. Ошо көндәрҙә “Баймакский вестник” гәзите радакцияһына ла Баймаҡ суды алдындағы ваҡиғаларҙан һуң ҡулға алынған Илназ Ильяс улы Мәхмүтовтан хат килеп төшкән һәм ул уны баҫтырып сығарыуҙы үтенгән. Хат рус телендә яҙылған, теүәл тәржемәһен бирәбеҙ: “Мин, Мәхмүтов Илназ Ильяс улы, 2024 йылдың 17 ғинуарында Баймаҡта булған ваҡиғаларҙа ҡатнаштым. Башҡа ҡатнашыусылар рәтендә Баймаҡ район суды бинаһы эргәһендә һаҡта торған хоҡуҡ тәртибен һаҡлаусыларға ауыр ҡар киҫәктәре ташланым. Мин ташлаған киҫәк бер хеҙмәткәрҙең һөжүмгә ҡаршы ҡалҡанына барып тейгән һәм уның һул ҡулы өлкәһендә физик ауыртыныу тыуҙырған. Мин РФ Енәйәт кодексының 212-се статьяһының 2-се өлөшөндә һәм 318-се статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт эштәрендә ғәйепләнәм. Әлеге ваҡытта минең эшем судта ҡарала. Минең уйланмаған ҡылығым арҡаһында зыян күргән Росгвардия хеҙмәткәре алдында ғәфү үтенергә теләйем. Алдыҡ арҡаһында күп халыҡ ҡатнашлығындағы тәртипһеҙлектәргә йәлеп ителеүем һәм үҙемә власть вәкиленә ҡаршы көс ҡулланырға ирек биреүем өсөн оят. Бер ниндәй ҙә хис-тойғолар йәки хәлдәр был ҡылығымды аҡлай алмауын аңлайым һәм тулыһынса үҙ ғәйебемде таныйым. Ул көндә мин көслө хистәр солғанышындағы халыҡ араһына барып эләктем. Хәл ҡырҡыулаша барҙы һәм мин үҙ-үҙемә контролде юғалтып, дөйөм йүнәлешкә бирелдем. Үҙемде аҡламайым, киреһенсә, хәҙер мин күмәк халыҡ тәҫире ни тиклем ҡурҡыныс булыуын һәм ниндәй генә хәлдә лә аңды юғалтмау мөһимлеген асыҡ күрәм. Әгәр кире ҡайтырға мөмкинлегем булһа, мин хәҙер үкендергән аҙымға бармаҫ инем. Бөгөн, өйҙән алыҫта булып, күп нәмәгә фекерем үҙгәрҙе. Мин ғаиләмде, ябай тормошомдо, элек ғәҙәти булып күренгән ябай нәмәләрҙе һағынам. Мин яҡындарыма ниндәй ҡайғы килтереүемде аңлайым һәм был ҡылығым менән үҙемде генә түгел, уларҙы ла ниндәй ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуымды аңлауҙан ауыр. Мин килеп сыҡҡан хәлгә ысын күңелдән үкенәм. Артабан мин эшләргә, ғаиләмде хәстәрләргә һәм балама лайыҡлы үрнәк күрһәтеп тәрбиәләп үҫтерергә тырышып, намыҫлы йәшәргә ниәт итәм. Минең ҡылыҡтарым арҡаһында зыян күргәндәрҙең барыһынан да ғәфү үтенәм. Хаталарымды аңланым һәм уларҙы кире ҡабатламаҫ өсөн барыһын да эшләйәсәкмен”. “Терһәкте тешләп булмай”, ти. Ваҡытты кирегә бороп, үткәндәргә ҡайтып булһа, был егеттәрҙең береһе лә алданмаған булыр һәм бөгөн беҙ уларҙың яҙмышы өсөн әсенмәгән булыр инек. Ә бит был Баймаҡ ваҡиғаларына оҡшаш провокациялар бөгөн дә дауам итә: күптән түгел Бөрйән районында Рәсәй империяһы флагын яндырған ике Өфө студенты ҡулға алыныуы тураһында ишетеп беләһегеҙҙер. Беҙ интернеттан “Бөрйәндәр Рәсәй империяһы флагын яндырған”, “Бөрйәндәр өйҙәрҙең тышына экстремистик яҙыуҙар ҡалдырған”, тип уйлап ҡараған видеоларҙағы йәш егеттәр бөтөнләй был райондан булмай сыҡҡан! Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҡулға алғас, уларҙың Татарстандан һәм республиканың көнбайыш райондарының береһенән булыуҙарын асыҡлаған. Егеттәр такси яллап Бөрйән районына барған һәм күрһәтелгәндәрҙе үтәп, видеоға төшөрөп, аҡса эшләп ҡайтҡан. Факттар асыҡлана барған һайын бер һорау аңды өтөп бара: кем һәм ни өсөн башҡорттарҙан боласы яһарға, ил өсөн ҡатмарлы осорҙа халҡыбыҙҙы утҡа тығырға тырыша? Йәмғиәтебеҙҙе шулай бүлгесләү һәм башҡорттарҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу кемгә файҙалы? Айыҡ аҡыл менән ошо турала уйланайыҡ, төрлө сит ил ҡотҡосоларының һүҙҙәренә ышанмайыҡ, милләттәштәр! Юлиә БАРЫЕВА. *Руслан Ғәббәсов - РФ Юстиция министрлығы тарафынан сит ил агенты тип танылған, Росфинмониторинг тарафынан террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән.
“Беҙ алдандыҡ”, - бөгөн айыҡ аҡыл менән фекер йөрөтөп, ошондай һығымтаға килә бер йыл элек Баймаҡтағы сыуалыштарҙа ҡатнашыуҙары өсөн ҡулға алынған ир-егеттәр. Уларҙың туғандары был хаҡта һөйләй: һирәк кенә бәйләнешкә сыҡҡандарында, яҙған хаттарында үкенестәрен белдереп, ғәзиздәре ошо турала әйтә. Күптән түгел БСТ телеканалы менән берлектә ВәлитовTV төшөргән фильмда күрһәтелгән ҡулға алынғандар һәм уларҙың яҡын туғандары ла алдыҡ менән ошо аяныс хәлгә ҡалыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алып әйтте. Шуны билдәләргә кәрәк: тәүҙә уларҙы күҙ йәштәрен түгеп, Баймаҡ суды алдына сығырға саҡырған әҙәмдәр төп башына ултыртһа, аҙаҡ намыҫһыҙ адвокаттар аҡсаға алдай. Адвокаттарҙың “һәр ҡыбырлағаны” өсөн түләп торорға мәжбүр булғандар кәмендә 500-600 мең һумлыҡ сығымдарға батҡан. Ә митингыға саҡырған төп провокаторҙарҙан бер ниндәй ҙә ярҙам булмаған: Алтынай Вәлитов, Фәнзил Әхмәтшин, Руслан Ғәббәсов*, “Пруфы"ны нәшер итеүсе Рәүфә Рәхимова ауыҙҙарына һыу уртлаған. Сит илгә сығып киткәндәре бындағы ир-егеттәрҙең